Һинең саңғың бармы?11.02.2019
Үткән шәмбелә илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендә лә “Рәсәй саңғы юлы – 2019” ярышы уҙҙы. Сараға Октябрьский ҡалаһы спорт һөйөүселәре лә әүҙем ҡушылды.

Меңләгән кеше саңғыға баҫты. Спортҡа ҙур иғтибар бүлгән Октябрьский ҡалаһы өсөн был һуңғы сик түгел, әлбиттә. Тик төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәр эйәләренең ҡатнашыуын, ғаиләләр менән саңғыға баҫыуҙарын иҫәпкә алғанда, улар башҡаларға яҡшы үрнәк булып тора.

Ойоштороусылар ҙа ярышҡа яуаплы әҙерләнгән — еңеүселәргә диплом һәм бүләктәр тапшырылды.





Вернуться назад

Яндекс.Метрика