"Мәрхәмәтле донор" Сочиға юллана10.02.2019
Республика ҡан ебәреү станцияһы “Берҙәм Рәсәй” партияһы һәм “Беҙҙең Киләсәк” хәйриә фонды менән берлектә “Мәрхәмәтле донор” конкурсы үткәрә.

Сараға старт иртәгә, 11 февралдә, бирелә. Адрес: Өфө ҡалаһы, Батыр урамы, 41/1. Конкурста Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова, һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин, республика етәксеһенең ҡатыны Каринэ Хәбирова һ.б. ҡатнашырға йыйына.

Бер йыл дауам итәсәк конкурсҡа 18 йәштән үткән, республиканың доноры булып торған граждандар саҡырыла. Сарала ҡатнашыу өсөн Өфөләге ҡан ебәреү станцияһына йәки уның филиалдарына килеп буклет алырға, яҙма рөхсәт бирергә, ҡан йәки уның компоненттарын тапшырырға, унан медицина регистраторҙарынан ошоно раҫлаған мисәт ҡуйҙыртырға кәрәк. Конкурс дауамында шундай процедураны күберәк үтеү шарт.

Аҙаҡ ҡан тапшырғанды раҫлаған купондарҙы Өфө ҡалаһы, Батыр урамы, 41/1 адресы буйынса, йәки rspk991@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Иртәгәнән алып киләһе йылдың 11 февраленә тиклем кәмендә 15 тапҡыр ҡан биреп, был хаҡта документтарын беренсе булып тапшырғандар бүләккә велосипед аласаҡ.

Ә суперприз – Сочиға путевка. Уны еңеүселәрҙе (100 кеше) тантаналы бүләкләгән ваҡытта лотерея ярҙамында билдәләү ҡаралған.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика