Кәшәнәләрҙе беләһегеҙме?11.02.2019
Башҡортостан археологтары урта быуаттарҙа мосолмандарҙың республика биләмәһендәге изге урындары менән бәйле проектты тормошҡа ашыра башлай. Был хаҡта Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты эшмәкәрлегенә арналған матбуғат конференцияһында археология бүлеге мөдире Никита Савельев хәбәр итте.

– Бик мөһим проект башлайбыҙ. Тәү сиратта Шишмә районындағы кәшәнәләр тураһында һүҙ бара. Улар күп йылдар дауамында ғилми берләшмәнең иғтибарынан ситтә ҡалды, – тине археолог. – Төбәктә дини туризм үҫешкән. Беҙҙең эш Алтын Урҙа дәүерендә ошо биләмәлә ғибәҙәт архитектураһының барлыҡҡа килеүе хаҡында өр-яңы мөһим мәғлүмәттәрҙе асыҡларға ярҙам итер, тип уйлайым.


Шишмә районындағы – Хөсәйенбәк, Турахан, Күгәрсен районындағы Бәндәбикә кәшәнәләрен белмәгәндәр бик һирәктер.




Вернуться назад

Яндекс.Метрика