Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төбәгебеҙҙе “Оло Башҡортостан” иткән шәхес
Хатта уның фамилияһы ла “халыҡ” һүҙенән алынған кеүек. Тарихта башҡорт милли хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе булараҡ һаҡланған Муллайән Дәүләтша улы Халиҡов тураһында Әхмәтзәки Вәлиди Туған шулай тигән: “Был шәхес ошо хәрәкәттә иң белдекле, ҙур эштәр башҡарған кеше”.

Ул 1894 йылдың 4 февралендә Бәләбәй өйәҙе Бүздәк улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы) Иҫке Аҡтау ауылында башҡорт ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Буласаҡ ҡаһарман тәүҙә тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә, артабан Килем ауылында башланғыс рус мәктәбендә уҡый, 1915 йылда Ырымбур губернаһының Троицк ҡалаһындағы «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһен һәм уҡытыусылар семинарияһын уңышлы тамамлай. Шул уҡ йылды Халиҡовты Орск ҡалаһына башланғыс мосолман мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрәләр. Бында ул 1917 йылдың октябренә тиклем эшләй. Артабан уны Темәс ауылындағы земство китапханаһына мөдир итеп тәғәйенләйҙәр һәм шул ваҡытта Халиҡов Темәстә алты йыллыҡ Башҡорт башланғыс училищеһында уҡыта.

Уның Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылыуы 1917 йылға тура килә. Ошо уҡ йылдың 20—27 июлендә Ырымбурҙа үткән I Бөтә башҡорт һәм шул уҡ йылдың 22—29 авгусында Өфөлә уҙған II Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында ҡатнаша, ҡайһы бер документтарға ҡарағанда, ошо Ҡоролтайҙа уны Башҡорт мәркәз шураһына ағза итеп һайлайҙар.

1918 йылдың 17 февралендә (иҫкесә 4 февралендә) Ырымбур ҡалаһында Башҡорт хөкүмәте һәм Башҡорт мәркәз шураһы ағзалары ҡулға алынып, төрмәгә ябыла. Ошо уҡ йылдың апрелендә Ырымбур төрмәһенән ҡотолған Әхмәтзәки Вәлиди Муллаян Халиҡов менән бәйләнешкә инә һәм уны милли хәрәкәт эшенә йәлеп итә.

Был дәһшәтле дәүерҙә Муллайән Халиҡов тыуған халҡы өсөн янып-көйөп эшләрҙәй һәм шул заманда үтә хәүефле лә булған төрлө вазифаларҙы башҡара, башҡорт ғәскәрҙәре Советтар яғына күскәс, илдең Үҙәк хөкүмәте менән һөйләшеүҙәр алып барыуҙа ла ҡатнаша. 1920 йылдың 19 майында ул Мәскәү үҙәк властары бер яҡлы ҡабул иткəн «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дəүлəт ҡоролошо тураһында» ҡарары менән риза булмауын белдерə һәм башҡа Башревком ағзалары менән берлектә отставкаға китә. Сентябрҙә Халиҡов Баҡы ҡалаһында үткәрелгән Көнсығыш халыҡтары съезында ҡатнаша һәм унда Зәки Вәлиди менән һуңғы тапҡыр осраша.

1921 йылдың июль айында Муллайән Халиҡов Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы хөкүмәте — Халыҡ комиссарҙары советының рәйесе итеп һайлана. Ошо вазифала ул Башҡортостан дәүләтселеген нығытыуҙа, элекке башҡорт кантондарының территорияһын республика составына индереү, ә иң мөһиме Өфө губернаһы башҡорттарын автономияға ҡушыуҙа ҙур эш башҡара. Бының өсөн уға күп тапҡыр Мәскәүгә барырға тура килә. Үҙәк власть Башҡортостан хөкүмәтенең ҡайһы берҙәрен ҡабул итмәй, шулай ҙа 1922 йылдың 14 июнендә Өфө губернаһын Башҡортостанға ҡушырға ҡарар итә. Халиҡов «Оло Башҡортостан» хөкүмәте рәйесе булып китә.

Был шәхестең республикала абруйы бик юғары була, был Үҙәк властарға оҡшамай һәм 1925 йылдың аҙағында ул Мәскәүгә эшкә ебәрелә.
1937 йылда НКВД органдары, йәнәһе, Вәлиди директиваһы буйынса 1929 йылда төҙөлгән ике «емергес милләтселек үҙәктәрен» таба: береһе Өфөлә — Иҫәнсурин, Дауытов, Ишмөхәммәтов, Әсәҙуллин, Ейәнсурин, икенсеһе Мәскәүҙә — Бейешев, Ҡушаев, Мортазин, Йомағолов, Халиҡов, Таһиров, Булашев була. 1937 йылдың 25 июлендә Халиҡов, совет власына ҡаршы террористик эшмәкәрлектә ғәйепләнеп, НКВД органдары тарафынан ҡулға алына. 27 сентябрҙә Муллайән Дәүләтша улы Халиҡов СССР Юғары Советының Хәрби коллегияһы ҡарары буйынса атыла. Егерме йыл үткәс, 1958 йылдың 28 ғинуарында, шул уҡ Коллегияның ҡарары менән аҡлана.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Кәшәнәләрҙе беләһегеҙме?

Кәшәнәләрҙе беләһегеҙме? 11.02.2019 // Рухиәт

Башҡортостан археологтары урта быуаттарҙа мосолмандарҙың республика биләмәһендәге изге урындары...

Тотош уҡырға 113

"Башҡортостан"дың Каруанһарайҙан сәләме

"Башҡортостан"дың Каруанһарайҙан сәләме 08.02.2019 // Рухиәт

Тарихыбыҙ йылъяҙмаһы булған "Башҡортостан" гәзитен дәүләтселегебеҙ бишеге булған Ырымбур ерендә...

Тотош уҡырға 100

Данлы шәхес мәңге хәтерҙә

Данлы шәхес мәңге хәтерҙә 05.02.2019 // Яңылыҡтар / Рухиәт

Нефтекама дәүләт филармонияһында башҡорт халҡының күренекле дәүләт эшмәкәре Муллайән Халиҡовтың...

Тотош уҡырға 140

Уның батырлығын хәтереңдә тот

Уның батырлығын хәтереңдә тот 05.02.2019 // Рухиәт

Ҡайҙа ғына тыуһа ла, ниндәй милләттән булһа ла, ул беҙҙең йөрәктәрҙә....

Тотош уҡырға 100

"Әй, Аҡтаныш! Яҡты һинең асман! Ал ҡан менән тарих яҙылған..."

"Әй, Аҡтаныш! Яҡты һинең асман! Ал ҡан менән тарих яҙылған..." 03.02.2019 // Яңылыҡтар / Рухиәт

Олуғ шәхес, Гәрәй ырыуы башҡорттары етәксеһе Илдархан Мутиндың Башҡорт автономияһы өсөн көрәш...

Тотош уҡырға 190

Сафуан Яҡшығоловтың шиғырын ятлап бүләк от!

Сафуан Яҡшығоловтың шиғырын ятлап бүләк от! 03.02.2019 // Рухиәт / Әҙәбиәт

Өфөлә Мең ырыуы башҡорттары башҡарма комитетының сираттағы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 265

Бындай байлыҡ ҡайҙа бар?

Бындай байлыҡ ҡайҙа бар? 29.01.2019 // Рухиәт / Әҙәбиәт

“Һәр ҡала ла бындай байлыҡ, илһөйәрлектең юғары өлгөһө һәм тыуған төйәк өсөн оло ғорурлыҡ тойғоһо...

Тотош уҡырға 193

"Беҙ булһаҡ, шундай булырбыҙ!"

"Беҙ булһаҡ, шундай булырбыҙ!" 27.01.2019 // Рухиәт / Әҙәбиәт

Мәскәү ҡалаһының Башҡортостан вәкиллегендә талантлы шағирә һәм журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре...

Тотош уҡырға 762

Етәксе лә, шиғри күңелле ҡәләм оҫтаһы ла
Милли корпус – автономияны яҡлаусы

Милли корпус – автономияны яҡлаусы 25.01.2019 // Рухиәт

Башҡортостан авто­номияһын иғлан итеүҙә төп роль уйнаған Башҡорт корпусы ойошторолоуға – 100 йыл....

Тотош уҡырға 307

Мортаза Рәхимовҡа – “Башҡорт халҡының маҡтаулы аҡһаҡалы” исеме

Мортаза Рәхимовҡа – “Башҡорт халҡының маҡтаулы аҡһаҡалы” исеме 24.01.2019 // Яңылыҡтар / Рухиәт

Алда хәбәр иткәнебеҙсә, бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ултырышы...

Тотош уҡырға 470

Бишенсе съезд: ниҙәр көтөлә?

Бишенсе съезд: ниҙәр көтөлә? 24.01.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреү ваҡыты билдәләнде: быйылғы 28-29 июнь....

Тотош уҡырға 416