Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Закондар яҡшы, тик ниңә бөтәһе лә эшләмәй?
Ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Ғарифулла Япаров менән әңгәмәлә (“Крәҫтиәндең тамырына балта сапмайыҡ”, “Башҡортостан” гәзите, 2019 йыл, 18 ғинуар) проблемалар һәм фекерҙәрҙең бер өлөшө, минеңсә, аңлатмаға, икенселәре тамамлауға мохтаж. Мәҫәлән, “Был эштәрҙе көйләгән бик яҡшы закондар бар” ти профессор. Тик закондар яҡшы икән, уларҙың эш итергә, ыңғай һөҙөмтә бирергә тейешлеге, моғайын, бер кемдә лә шик уятмайҙыр.

Әгәр ер мөнәсәбәттәрендә уның киреһе күҙәтелә икән, тимәк:
а) закондар күп милләтле ил халҡының менталитетын һәм икһеҙ-сикһеҙ Рәсәй киңлектәренең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алмай ғына ғәмәлгә индерелгән;
б) улар һөҙөмтәле булһын өсөн, КПРФ рәйесе Геннадий Зюганов һүҙҙәре менән әйткәндә, тейешле механизмдар эшләнмәгән...

Закондарҙың сифаты, билдәле, насар була алмай. Хикмәт, моғайын, шунда: Ватан ерлегендә ҡабул ителгән закондар башлыса алдынғы, атап әйткәндә, Көнбайыш өлгөләренән сығып ижад ителгән һәм, билдәле, Рәсәйҙең үҙенә генә хас үҙенсәлектәрҙе инҡар итә. Быға ла аңлатма табыуы ҡыйын түгел: Ватан ерлегендә тотҡарлыҡһыҙ эш иткән закондар булдырыу өсөн бик күп етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алырға, тимәк, күләме буйынса закондың үҙенән ҡалышмаған иҫкәрмәләр индерергә кәрәк була. Аҡыл һәм көс менән иңләй алмаҫлыҡ был мәсьәлә иң элек Рәсәй Федерацияһының теләһә ҡайһы йәмғиәт өсөн үҫеш стадияһында мөһим звено булған буржуаз ҡоролошта йәшәп ҡарамағанлығына (ә уны кешенең йәшлек осорона тиңләп ҡарарға мөмкин) барып ялғана. Дөрөҫ, был хәлде күптәр, хатта ҡайһы бер ғалимдар ҙа инҡар итә, тик унан ғына илдең хәле яҡшырмай бит.

Ошоға оҡшаш күренеш Рәсәй Федерацияһы Конституцияһында ла күҙәтелә. Төп закондың 1-се статьяһындағы, “Рәсәй Федерацияһы – республика формаһында идара ителеүсе федератив демократик хоҡуҡи дәүләт” тигән положение, ни рәүешле ҡараһаң да, “власть вертикале” менән ярашмай. Рәсәй үҙ граждандары өсөн лайыҡлы тормош тәьмин итергә ынтылған социаль дәүләт (7-се статья) тигән положение һәр етенсе ватандашыбыҙҙың фәҡирлектә көн итеүе менән көсөн юғалта.

Әлбиттә, бындай күңелһеҙ хәлдең сәбәбе Рәсәй киңлектәрендә борон-борондан киң тамыр йәйгән һәм күп тапҡыр телгә алынған хоҡуҡи нигилизмға тоташа, һәм уны сирек быуат ғәмәлдә булған Рәсәй Конституцияһы ла юҡҡа сығара алманы. Граждандарҙың хоҡуҡи үҙаңын уятмай (уға тәүге аҙым урындағы үҙидара институтын эшкә ҡушыу юлы менән яһала) тороп, был хаҡта һүҙ алып барыуы ла урынһыҙ. Тап ошо осраҡта ғына хөрмәтле Ғарифулла Япаров әйтеп үткән юридик белемле кешеләргә ихтыяж барлыҡҡа киләсәк, сөнки бөгөн уларҙың һис бер кәрәге юҡ.

“Берәй нимә булһа, бөтәһе лә дәүләтте әрләй башлай”, тип дауам итә ғалим. Әлбиттә, КПСС мәрхүмдең “атайҙарса хәстәрлеге”, ә уға тиклем батша монархияһы шарттарында үҫеп тәрбиә алған йәмғиәттә теге йәки был етешһеҙлек өсөн һүгергә башҡа объектты табыуы ла мөмкин түгел. Дөрөҫ, бөгөн ундай сәйәсәт асыҡтан-асыҡ алып барылмай, әммә инглиз ғалимы Артур Тойнби әйтмешләй, элекке мираҫтан арыныу еңел түгел, ул аҙ ғына үҙгәреш кисергән хәлдә беҙҙе әленән-әле эҙәрлекләй.

“Бар ғиллә чиновниктарға барып төртөлә”. Ғарифулла Хәбибулла улы хаҡлы, хәҙерге Рәсәй тотошлайы менән чиновниктар тарафынан идара ителә, сөнки граждандарҙың тоталь битарафлығы шарттарында башҡаһы беҙҙең өсөн билдәһеҙ йәки яраҡһыҙ. Һәм һөҙөмтәһе лә шундай: кешене үҙенең ҡатнашлығынан тыш бәхетле итеп булмай. Шул уҡ ваҡытта “дәүләт кешеләре”нең һәр ҡайһыһы беҙҙең аранан сыға түгелме ни? Шул иҫәптән йәмғиәтте туйындырған крәҫтиәнгә финанс ярҙамын – мыҫҡаллап, ә оборонаға ботлап йүнәлткән депутаттар ҙа.

Фекерҙе тамамлап, Яңы йыл алдынан социологтар үткәргән тикшеренеү һөҙөмтәһенә туҡталыу урынлы булыр кеүек. Унда элекке Советтар Союзын һағыныусыларҙың һиҙелерлек артыуын асыҡлағандар. Ғәжәп, ләкин факт! Ысынлап та, ХХI быуатта ла һалышыу кәйефенән арына алмаған йәмғиәтебеҙ өсөн СССР иң ҡулайлы ҡоролош булған икән.

Автор: М. ФӘЙРУШИН
Фото: afontovo.ru
Район: Өфө ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баҡсасыларға “тәҙрә” уялар

Баҡсасыларға “тәҙрә” уялар 19.02.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Федераль Йыйылыш ҡарамағындағы Закон...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров ғәфү үтенде

Радий Хәбиров ғәфү үтенде 18.02.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттәге оператив...

Тотош уҡырға 194

Бәлиғ булдыңмы? Барыбер һатмаясаҡтар

Бәлиғ булдыңмы? Барыбер һатмаясаҡтар 18.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы алкоголле эсемлектәрҙе һатыу рөхсәт ителгән йәште 18-ҙән 21...

Тотош уҡырға 38

Дмитрий Медведев баһа бирҙе

Дмитрий Медведев баһа бирҙе 14.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан стендын...

Тотош уҡырға 81

Депутаттар әүҙемерәк булһын ине

Депутаттар әүҙемерәк булһын ине 14.02.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Өфө ҡала Советы ултырышында ҡатнашты....

Тотош уҡырға 52

“Россельхозбанк” менән хеҙмәттәшлек үҫә

“Россельхозбанк” менән хеҙмәттәшлек үҫә 14.02.2019 // Сәйәсәт

Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 59

Илдең исемен үҙгәртәбеҙ

Илдең исемен үҙгәртәбеҙ 13.02.2019 // Сәйәсәт

Филиппин башлығы Родриго Дутерте илдең исемен "Махарлика Республикаһы" тип үҙгәртеү ихтималлағы...

Тотош уҡырға 85

Ҡазанда – киңәйтелгән ултырыш

Ҡазанда – киңәйтелгән ултырыш 13.02.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт советының Ҡазанда Рәсәй...

Тотош уҡырға 80

20 февралдә була...

20 февралдә була... 11.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин шаршамбы, 20 февралдә, Федераль Йыйылышҡа 15-се Мөрәжәғәтнамә менән...

Тотош уҡырға 166

Мәҙәниәт усағына – федераль грант

Мәҙәниәт усағына – федераль грант 08.02.2019 // Сәйәсәт

Учалы районының Ҡунаҡбай мәҙәниәт йорто “Берҙәм Рәсәй”партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте“ проекты...

Тотош уҡырға 74

Туғандарҙы ниндәй  зәхмәт һуҡты?

Туғандарҙы ниндәй зәхмәт һуҡты? 08.02.2019 // Сәйәсәт

Ситтән бер ҡараш. Днепр ярҙарына онотҡанда бер генә юл төшһә лә, һуңғы йылдарҙа Украина, булмышыбыҙ...

Тотош уҡырға 107

Ишембайға кем етәкселек итәсәк?

Ишембайға кем етәкселек итәсәк? 07.02.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһенең хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Азамат...

Тотош уҡырға 109