Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туғандарҙы ниндәй зәхмәт һуҡты?

Ситтән бер ҡараш.

Днепр ярҙарына онотҡанда бер генә юл төшһә лә, һуңғы йылдарҙа Украина, булмышыбыҙ менән ифрат яҡын украин туғандар тураһында йыш уйландыра. Шулай булмай, ят ер, сит кешеләр түгел дә инде был халыҡ, мәҫәлән. Яҡындарымдың яҙмышы менән дә бәйләнгән, украиндар хатта туған-ырыуҙарым араһына ла килеп инде.

Ике ҡәүем

Күрше Үтәгән ауылынан Ҡы­ҙыл Армия сафына саҡы­рылған Атаулла Ҡәйүм улы Иғдисамов Бөйөк Ватан һуғышы башланған ваҡытта Украиналағы Житомир ҡалаһында хеҙмәт иткән һәм ошо мәхшәр осоронда иптәштәре һәләк булған, үҙе дошманға әсирлеккә эләккән. Әммә фажи­ғәнән алда Атаулла ағай ҡаһар­манлығы өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнеп өлгөр­гән. Батыр ирҙе фашист тотҡон­лоғо ла эйелтә алмай икән, Иғдисамов әсирлектән ҡасҡан һәм, әлеге Житомир тирәһендә партизандар отряды ойоштороп, баҫҡынсыларға ҡаршы ҡырҡ өсөнсө йылға ҡәҙәр көрәшеп йөрөгән. Миңә был турала байтаҡ ваҡыт элек яҙырға ла насип булғайны.

Атаулла Иғдисамов – беҙҙең Әбйәлил районынан. Ошондағы ҙур Ташбулат ауылында оҙаҡ йылдар мөғәллим булып эшләгән, Бөйөк Ватан һуғышында Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләк­ләнгән Нәбиуллин Нәҡип Йосоп улын да яҙмыш хәтәр йылдарҙа Украина менән бәйләгән. Ағайға, немец тотҡонлоғонан ҡасҡас, миһырбанлы бер ғаиләгә килеп һыйынырға тура килгән. Һәр хәлдә, Нәҡип ағайҙың сибәр украин ҡыҙы менән мөхәббәтенең кәүҙәләнеше булып малайы буй еткерҙе, хәләлемдең ағаһы Һаҙый ҡайнағам да Валентина Шевчук атлы украин ҡәйенбикә менән Урал һәм Александр исемле ике улан үҫтерҙе. Сәйәс­мәндәр, улар һөсләткән дошмандар халыҡтарҙы ҡайһылай ғына айырырға, бер-береһен онот­торорға тырышмаһын, йөрәктәр араһында сиктәр үткәреү мөмкин түгел.
Шулай ҙа ни булды һуң Украи­наға? Туғандар араһына, ҡороғор, ниндәй зәхмәт инеп ояланы әле?

Хәйер, ошо һорау өс тиҫтә йылға яҡын тәҡәт таптырмай, лә­кин ул һуңғы дүрт йылдан ашыу ваҡыт эсендә уғата ҡырҡыулана төштө. Мәсьәлә шунда, Украинаға совет осоронда барып йөрө­гәндәр ҙә, ул мөстә­ҡиллек алған­дың тәүге йылдарында ла рустар менән украиндар араһында ҡә­ҙимге донъя көткәндә айырма күрмәгән. Бына хәҙер генә, күршеләрҙә хәлдәр ҡуйырып киткәс, тышҡы оҡшашлыҡтан бүтән мөһим бер нәмәне күрмәгәнлегебеҙгә ышандыҡ. Шулай ҙа ике ҡәүем араһында упҡын булыуы тураһында украин милләтселәре күтәргән тезисты ла ҡабул итеү мөмкин түгел.

Рустар менән украиндарҙың яҡынлығы Рәсәй Федерация­һында украиндарҙың ассимиляцияланыуына, йәғни йоғонто аша ике ҡәүемдең бер-береһенә оҡшауына килтерҙе. Миҫалға Рәсәй империяһында 1897 йылда үткән халыҡ иҫәбен алыуҙы ғына килтерәйек. Уның йомғаҡтары Курск губернаһын­дағы 22 процент халыҡҡа, Воронеж губернаһындағы – 36, Ставрополь губернаһындағы – 37, Дон ғәскәрендәге – 28, Кубань өлкәһендәге 47 процент халыҡ­ҡа украин теленең туған тел булыуын күрһәткән. Әйтелгән төбәк­тәрҙең 12 өйәҙендә тел йәһәтенән украиндар башкөллө күпселекте тәшкил иткән.

Бик күп украиндар Себерҙә, айырыуса Алыҫ Көнсығышта йәшәгән. Алыҫ Көнсығыш кра­йының Владивосток округында, 1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу күрһәткәнсә, украиндар, тел буйынса ла, үҙ-үҙен тотоу йәһәтенән дә, ошонда йәшәүселәрҙең өстән бер өлөшөн алып торған. Нефтле Ханты-Мансийск ҡалаһын, уйнап ҡына, “Хохло- Мансийск” тип йөрөтөүҙән дә бер ишараны аңғарып була. Үҙебеҙҙең Башҡортостанда ла украиндар һан буйынса ла, хужалыҡтағы, ижтимағи тормоштағы урыны йәһәтенән дә һиҙелерлек урын биләй. Беҙҙә, ғөмүмән, украин­дарҙы рустарҙан бер кем дә айырып күҙ алдына килтермәй ҙә.

Рәсәй Федерацияһы менән Украина араһындағы тәүҙә – аңлата алмау, хәҙер – дош­манлыҡ тамырҙары менән тарих тәрәнлектәренә барып олғаша. Был мәсьәләләге төрлө сәбәп­тәрҙе бәйнә-бәйнә һөйләү урыны гәзит бите түгел, шуға күрә ул юҫыҡты тыныслыҡта ҡалдырып, ике халыҡ, ике дәүләттең айырылышып китеүенең бер генә сәбәбен әйтәйек. Ул – тел. Бәлки, төп сәбәп тә ошолор әле.

Совет Украинаһында уҙған быуаттың 20-се йылдарында наҙанлыҡты бөтөрөү башлыса украин телен өйрәтеүгә ҡайтып ҡалған. Артабан урта мәктәптәрҙә лә рус теле дәрестәре 80-се йылдарҙа ғына украин теленән өҫтөнлөк ала башлаған. Республика һәм ҡала, район матбуғаты барыбер украин телендә баҫыл­ған. Шул уҡ ваҡытта ҙур ҡала­ларҙа рус теле таралған һәм рус мәҙәниәтен украиндарға үҙҙәре­неке итеп тағыу закон төҫөн алған. Украина совет әҙәбиәтенең классиктары Павло Тычина, Максим Рыльский, Микола Бажан, балаларҙы ниндәй телдә уҡытыу ата-әсәләр ҡарамағында булырға тейеш, тип иҫбатларға тырыш­ҡан, тимәк, украин балалары ошо телде өйрәнергә тейешлеге көн кеүек асыҡ булһа ла, Мәскәү был мәсьәләлә оторо сәйәсәтте тот­ҡан.

Закон нимә хаҡында тәҡрарлай?

Урбанизация һөҙөмтәһендә русификациялауҙың ғәмәлдә тормошҡа ашырылыуын украин милли хәрәкәтенең күренекле эшмәкәре Иван Дзюба ошолай һүрәтләгән.

“Мин Сталин педагогия институтында, рус филологияһы бүле­гендә уҡыным (хәҙер был Донецк милли университеты). Һәммәбеҙ ҙә рус телендә аралаштыҡ. Украин теленә кәмһетеп ҡарау булманы, уны яҡшы белә инек. Шулай йөрөй торғас, күҙ асылғандай хис иттем: туҡта, тотош халыҡ, тотош мәҙәниәт, тотош тел юғала лабаһа. Әгәр һәр ҡайһыбыҙ аңына һеңдермәһә, мәсьәләне үҙенеке тип ҡабул итмәһә, бер-бер артлы юҡҡа сығасаҡбыҙ, Украина тип йәшәүсе кешеләр ҡалмаясаҡ”. Икенсе төрлө әйткәндә, СССР-ҙа украин теле кәмһетелмәне, ул фольклор теле булараҡ баһаланды. Әммә рус телендә аралашыу психологик йәһәттән тәбиғи ине.

Ошо уҡ фекерҙе республика­быҙҙағы башҡорт һәм рус телдә­ренең функциональ тәғәйенләне­шенә ҡарата ла әйтергә булалыр. Украина юғары мәҙәниәтендә русофобия Польша йәки Балтика илдәрендәгегә ҡарағанда нығы­раҡ һиҙҙерә, ләкин Көнбайыш­тағы күршеләребеҙҙә элиталағы русофобия ябай халыҡтағы кәйефтән бигүк айырылмаһа ла, Украинала киң массаларҙағы рустарға ҡарата дошмансыллыҡ 2014 йылға тиклем булманы.

Украин телле зыялыларҙың зитына Рәсәйҙәге рустар түгел, ә Украинаның көнсығышындағы ватандаштары күберәк тейә. Илдең үҙәк һәм көнбайыш төбәктәрендә йәшәүселәр уларҙы маңҡорттар һәм яныцарҙар тип иҫәпләй. Олесь Гончар шәхси көндәлектәрендә рус мәҙәниә­тенең ҡаҙаныштарына һоҡланы­уын һәр даим белдерә килгән, шул уҡ ваҡытта 1990 йылдың июнендә ошондай һүҙҙәр яҙған: “Меңдәрсә һәм меңдәрсә миссио­нерҙарҙың, тоталитаризм дәүе­рен­дә һантыйландырылған кеше­ләргә милли мәртәбә һабағын биреү өсөн, көнбайыштан көнсы­ғышҡа ҡарай ҡуҙғалыуы кәрәк. Шул саҡта уларҙың күҙе асылыр, кеше булырҙар…” Был фекер хәҙер Украинала баймабаш­ланған милләтселәрҙең уйынан да радикалерәк.

Һәр бер ауырыу, әгәр ул аҙып китмәгән булһа, ваҡыт үтә килә еңеләйә йә хатта һауығыу менән бөтә. Украинаға ҡағылышлы хәлдәр был ҡағиҙәгә буйһонмай. Минск ҡалаһында Украина хөкү­мәте менән Донбасс араһындағы ризалыҡҡа өлгәшеү документы ғәмәлдә ҡағыҙҙа ҡына ҡалды. Киев та, Көнбайыш та Минск килешеүен Украинаға ситтән ихтыярһыҙлап тағылған тип иҫәпләй. Ил конституцияһына үҙәкләштереүҙе сикләү тураһын­да төҙәтмәләр индерергә теләү уңышһыҙлыҡҡа осраны. Донбасс иҡтисади ҡамау эсендә, “Рус донъяһы” менән көрәш буйынса байтаҡ норматив акттар һәм ғәмәли саралар ҡабул ителде. Быға авиация бәйләнештәрен һәм аҡса күсереүҙәрҙе туҡтатыу, Рәсәй китаптарын индереүҙе тыйыу, байтаҡ артисты ҡабул итмәү һ.б. инә. “Тел буйынса сәйәсәт нигеҙҙәре тураһында” закон юҡҡа сығарылды. Радио, телевидениела, мәғарифта рус телен ҡулланыу ҡаты сикләүҙәргә дусар ителде. Хатта топонимикала русса төшөнсәләр үҙгәртелә, һәйкәл­дәр емерелә. Киевтағы генерал Ватутин проспектына милләт­селәр юлбашсыһы Шухевичтың исемен биреү, бәлки, шау-шыу һөҙөмтәһе тип баһаланалыр, ләкин мәсьәләнең төпкөл асылы ҡурҡынысыраҡ. Рәсәйгә, рус халҡына һәм рус теленә ҡарата эшләнгән һәр нәмәне Киев дошманға ҡоралһыҙ һөжүм итеү тип иҫәпләй һәм бындай эш-хәрәкәттәр йылдан-йыл арта бара. Былтыр Юғары рада Донбассты реинтеграциялау тура­һын­да закон сығарҙы. Уның мәғәнәһе шунда, Киевтың хаким­лығынан ысҡынған биләмәләр хәҙер Рәсәй тарафынан баҫып алынған тип иҫәпләнә. Тимәк, Рада депутаттары, Рәсәйгә ҡаршы һуғыш алып барылыуын юридик рәүештә танымаһа ла, закон ғәмәлдә быны тәҡрарлай булып сыға.

Өмөт бар әле…

Бындай динамика сәйәси даирәләрҙә лә, ябай халыҡта ла билдәле бер өмөт уята. Улар уйлағанса, Украина хәҙер 2014 йылдың яҙындағы шикелле ауыр хәлдә ҡалмаҫ, ә инде, эштәр ыңғайға китһә, Донбасс ерен үҙ шарттарында ҡайтарып алыр. Көнбайыштың сәйәсәте ошондай өмөттәрҙе аҡлағандай: Рәсәйгә ҡаршы санкциялар һаҡлана, Киевтың Донбасстағы ҡыланыш­тарын дәүләт кимәлендә тәнҡит­ләү юҡ, Америка, Украина армия­һын тере хәлдә һаҡлап ҡалыу өсөн, хәйриә ярҙамы күрһәтеп тора. Көнбайыш Киевтың Донецк һәм Луганск менән туранан-тура һөйләшеүен ҡабатламау ғына түгел, Донбасстағы хәҙерге хәлде оҙаҡҡа һаҡлап ҡалыу яғында. Мөстәҡиллектәрен үҙаллы иғлан иткән республикаларҙың нығыны­уына ҡарағанда, Көнбайыш өсөн көн дә ҡорбандар талап итеүсе янъялдың дауам итеүе мөһи­мерәк.

Тәжрибә күрһәтеүенсә, бөгөнгө Украиналағы кеүек режимдар, ситтән ярҙам булғанда, оҙаҡ йәшәй ала. Киевҡа иһә Көнбайыш ярҙам итеп тора, ләкин шуныһы – ул Украина өсөн һуғышҡа инмәйәсәк, был дәүләткә Маршалл планындағы кеүек ярҙамға өмөт тотоу ҙа урынһыҙ. Унан һуң, Грузияға, мәҫәлән, Абхазия менән Көньяҡ Осетияны ҡораллы көс менән үҙенә ҡайтарыу мөмкин булмаған һымаҡ, Украинаға ла көньяҡ-көнсығышын юғалтыу менән ризалашырға тура киләсәк. Илдең проблемалары яҡын килә­сәктә киҫкенләшәсәк кенә. Миграция, һуғыш, эҙәрлекләүҙәр һөҙөмтәһендә Украина, 1991 йылғы менән сағыштырғанда, халҡының 40 проценттан күберә­ген юғалтты. Шул уҡ ваҡытта ил биләмәләре үҙенең геосәйәси ҡиммәтен һаҡлап ҡалды. НАТО-ға рәсми рәүештә ҡабул ителмәһә лә, һалҡын һуғыштан файҙала­нып, Украина үҙендә Америка ғәскәрҙәрен урынлаштырыуы ихтимал.

Бөгөнгө Украина хакимдары­ның холоҡ-фиғелен аңлау, иртәгә ни эшләйәсәктәрен күҙаллау – мөмкин булмаған эш. Унда айыҡ аҡылдан бигерәк, тиҫкәрелек өҫтөнлөк алған. Француз әҙибе Никола Массиас: “Тиҫкәрелек – аң-тоңдо белмәүҙән, бер нәмәнән бүтәнде күрмәүҙән килә”, – тип раҫлай. Бәлки, ул хаҡлылыр?..



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Радий Хәбиров ғәфү үтенде

Радий Хәбиров ғәфү үтенде 18.02.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттәге оператив...

Тотош уҡырға 194

Бәлиғ булдыңмы? Барыбер һатмаясаҡтар

Бәлиғ булдыңмы? Барыбер һатмаясаҡтар 18.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы алкоголле эсемлектәрҙе һатыу рөхсәт ителгән йәште 18-ҙән 21...

Тотош уҡырға 38

Дмитрий Медведев баһа бирҙе

Дмитрий Медведев баһа бирҙе 14.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан стендын...

Тотош уҡырға 81

Депутаттар әүҙемерәк булһын ине

Депутаттар әүҙемерәк булһын ине 14.02.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Өфө ҡала Советы ултырышында ҡатнашты....

Тотош уҡырға 52

“Россельхозбанк” менән хеҙмәттәшлек үҫә

“Россельхозбанк” менән хеҙмәттәшлек үҫә 14.02.2019 // Сәйәсәт

Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 59

Илдең исемен үҙгәртәбеҙ

Илдең исемен үҙгәртәбеҙ 13.02.2019 // Сәйәсәт

Филиппин башлығы Родриго Дутерте илдең исемен "Махарлика Республикаһы" тип үҙгәртеү ихтималлағы...

Тотош уҡырға 85

Ҡазанда – киңәйтелгән ултырыш

Ҡазанда – киңәйтелгән ултырыш 13.02.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт советының Ҡазанда Рәсәй...

Тотош уҡырға 80

20 февралдә була...

20 февралдә була... 11.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин шаршамбы, 20 февралдә, Федераль Йыйылышҡа 15-се Мөрәжәғәтнамә менән...

Тотош уҡырға 166

Мәҙәниәт усағына – федераль грант

Мәҙәниәт усағына – федераль грант 08.02.2019 // Сәйәсәт

Учалы районының Ҡунаҡбай мәҙәниәт йорто “Берҙәм Рәсәй”партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте“ проекты...

Тотош уҡырға 74

Закондар яҡшы, тик ниңә бөтәһе лә эшләмәй?

Закондар яҡшы, тик ниңә бөтәһе лә эшләмәй? 08.02.2019 // Сәйәсәт

Ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Ғарифулла Япаров менән әңгәмәлә (“Крәҫтиәндең тамырына...

Тотош уҡырға 72

Ишембайға кем етәкселек итәсәк?

Ишембайға кем етәкселек итәсәк? 07.02.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһенең хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Азамат...

Тотош уҡырға 109

Радий Хәбиров йоғонтоло губернаторҙар исемлегендә

Радий Хәбиров йоғонтоло губернаторҙар исемлегендә 05.02.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров быйыл ғинуарҙа Рәсәй төбәктәре башлыҡтарының йоғонто яһау...

Тотош уҡырға 103