Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 6 (27558) 2019 йыл, 18 ғинуар, йома

“Башҡортостан” гәзитенең 18 ғинуар һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың 1-2-се биттәрендә Сибай ҡалаһындағы ҡатмарлы экологик хәл-торош һүрәтләнгән. Шулай уҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән шөғөлләнгән төбәк операторҙары тураһында тулы мәғлүмәт бирелгән.

3-сө биттәге мәҡәлә һаулыҡ һаҡлау тармағы эшмәкәрлегенә арналған.

4-5-се биттәрҙә донъя күргән күләмле әңгәмәлә ауыл хужалығы фәндәре докторы Ғарифулла Япаров ер, ауыл хужалығы, тармаҡтағы етештереү процестары хаҡында һүҙ алып барған.

6-сы биттә йыл башынан ғәмәлгә ингән ҡороған ағасты ҡулланыу тураһындағы яңы закон нескәлектәре аңлатылған.

7-се биттәге яҙмаларҙа Сибай ҡалаһындағы йәмәғәт туҡланыуы, Күгәрсен районындағы фермерлыҡ темалары күтәрелгән.

8-се биттә шағирә Тамара Ғәниева бәхет төшөнсәһе тураһындағы ҡыҙыҡлы уйланыуҙары менән уртаҡлашҡан.

9-сы биттә шағирә Лариса Абдуллина гәзит уҡыусылар иғтибарына үҙенең ижад емештәрен тәҡдим иткән.

10-сы биттә Бөрө ҡалаһындағы китапхана, Татарстандың Бөгөлмә ҡалаһындағы “Аҡ тирмә” башҡорт клубы эшмәкәрлеге яҡтыртылған.

11-се биттә яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың “Мәскәү башҡорттары. Улар ниндәй?” тигән яҙмаһының аҙағы бирелгән.

12-се биттә Учалы районынан авторҙың “Ап-аҡ йомшаҡ быймалар” тигән ғибрәтле мәҡәләһе баҫылып сыҡҡан.

13-сө биттә сканворд, йондоҙнамә, ауыл мәҙәктәре бирелгән.

14-се биттә киләһе аҙнаға телевидение программаһы, мәғлүмәти белдереүҙәр урын алған.

15-се биттәге “Иман” сығарылышында Ҡырмыҫҡалы, Баймаҡ, Балтас, Ҡариҙел, Стәрлебаш, Ғафури яҡтарынан хат-хәбәрҙәр донъя күргән.

16-сы биттә йәш йырсы Рушана Вәлиева һәм Сибайҙағы “Сулпан” театры хаҡында һүрәтләмәләр урын алған.

һылтанмалар



Комментарий өҫтәргә