Кадрҙар ҡытлығы булмаһын11.02.2019
Туймазы районында медицина кадрҙарын йәлеп итеү өсөн махсус программа эшләп килә. Уның төп маҡсаты – һөнәри ҡытлыҡты ҡыҫҡартыу.

Бының өсөн Башҡорт дәүләт медицина университетының ординатураһында белем алыусыларҙың уҡыу өсөн түләүен өлөшләтә ҡаплау ҡаралған. Һүҙ Туймазы үҙәк дауаханаһында терапевт һәм педиатр булып бер йылдан да кәм эшләмәгән табиптарҙың белемен күтәреү хаҡында бара.

Унан тыш районда бюджет тармағында эшләгән, айырыуса, медицина өлкәһендә хеҙмәт иткәндәр өсөн торлаҡ проблемаһын хәл итеү йәһәтенән дә махсус проект эшләнгән.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика