Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң күп уҡыусы ғаилә
Иң күп уҡыусы ғаиләКөйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылында йәшәүсе Мөлөковтарҙы матбуғат, китап ене ҡағылған ғаилә тиҙәр. Рухи байлыҡты өҫтөн күреүҙәренең сере нимәлә икән?
Илдар Юнир улы Ғафури районының Яугилде ауылы һылыуы Гөлзиә Фәтих ҡыҙы менән Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡығанда таныша. 1990 йылда йәштәр ғаилә ҡора, бер йылдан мөхәббәт емештәре — Инзира тыуа. Гөлзиә 1992 йылда, ҡулына филолог дипломын алып, бер йәшлек ҡыҙы менән Көйөргәҙе районына юллана. Яңы Мораптал урта дөйөм белем биреү мәктәбендә эш башлай, балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Телгә, әҙәбиәткә, матбуғатҡа, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү шул йылдан алып бөгөнгәсә дауам итә. Уҡыуын тамамлап, Илдар Юнир улы ла тыуған төйәгенә ашҡына, хәҙер ул — уҡыусылар өсөн “уҡытыусы ағай”, физика һәм математика кеүек теүәл фәндәрҙән юғары белемгә эйә белгес. Физик менән лириктың татыу ғаиләһе тағы бер кешегә арта — улдары Айрат тыуа. Донъя түңәрәк, эргәлә ярҙам ҡулы һуҙырға ата-әсәһе, яратҡан эштәре, ғәзиз балалары бар. Ҡыуанып йәшәргә лә эшләргә генә ҡала.
Һиҙелмәй генә ғүмер үтә, тәжрибә туплана. Көн дә дәрескә саҡырып яңғыраған ҡыңғырау тауышын ишетеүгә лә 19 йыл тула... Мәктәп икенсе тыуған йортҡа, ә уҡыусылар үҙ балаларыңа әйләнгән кеүек. Шуға ла Гөлзиә менән Илдар Мөлөковтар уҡытыусы һөнәрен һайлауҙарына һис тә үкенмәй. Ә ниңә үкенергә? Береһе уҡытыусы менән табип, икенсеһе уҡытыусыны изге кеше итеп күргән колхозсы ғаиләһендә тәрбиәләнгән, ә был ғаиләләргә хас уртаҡ сифат — халыҡ аҡылы тупланған хазина — китапҡа, күңелгә рухи аҙыҡ, мәғлүмәт биреүсе матбуғат баҫмаларына һөйөү.
— Дәрестәрҙә баҫма мәғлүмәтте өҫтәмә материал итеп ҡулланыу — файҙаға ғына. Яҙыусылар, артистар, тарих, йолалар, арҙаҡлы шәхестәр тураһындағы фәһемле мәҡәләләрҙе, эшҡыуарлыҡҡа өйрәткән махсус биттәрҙе, шиғыр, хикәйәләрҙе “Методик ҡумта” тигән махсус папкаға йыйып барабыҙ, уларҙы әҙәбиәт һәм туған тел буйынса аҙналыҡтар үткәргәндә, мәҙәни сараларға әҙерләнгәндә, инша яҙғанда, яҙыусыларҙың юбилейҙарына арнап гәзит сығарғанда файҙаланабыҙ. Матбуғат баҫмалары уҡытыусылар өсөн ҙур байлыҡ, ҡәҙерен белергә генә кәрәк, — ти Гөлзиә Фәтих ҡыҙы.
Матбуғат уҡыусыларҙың тел байлығын арттыра, рухи донъяһын байыта, киләсәккә өмөт уята, һөнәр һайларға ла ярҙам итә, төрлө яҡлап шәхес булыуға өлөш индерә. Шуға ла уҡыусыларҙың төрлө олимпиадаларҙа, бәйгеләрҙә, конференцияларҙа ҡатнашып дипломдар, призлы урындар алыуы беҙҙең өсөн тәбиғи, тигән фекерҙә педагогтар. Китап, гәзит-журналдарҙы Интернет, телевизор ҙа алыштыра алмай. Кемдәр матди байлыҡ яҡлы, уларҙың күңелдәре ярлы, донъяға ҡараштары тар, ундайҙар бик тә йәл беҙгә, ти Илдар Юнир улы. Шуға ла матбуғатҡа яҙылыу башланыу менән һәр ғаилә ағзаһы үҙенә оҡшаған баҫмаға квитанция тултыра.
VIII “Б” класында уҡыған улдары Айрат “Йәшлек”, “Йәншишмә” гәзиттәрен, “Аманат” журналын көтөп ала — спорт яңылыҡтары менән таныша, хикәйә, шиғырҙар уҡый, кроссвордтар сисә. Киләсәктә үҙен табип итеп күрергә теләгән кешегә бөтәһе лә кәрәк буласаҡ, ти ул. Апаһы Инзира иһә Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау бүлегендә белем ала. Тимәк, олатаһы — Яңы Мораптал участка дауаханаһының абруйлы табибы — Юнир Әхмәт улының эшен дауам итәсәк алмашсылар үҫә.
Әйткәндәй, ғаилә ағзалары республикабыҙҙың бай йөкмәткеле, мәғлүмәтле төп баҫмаһы — “Башҡортостан”дың да тоғро дуҫтары. Яңы йылда ла улар гәзиттән айырылмаясаҡ. Ә һеҙ, ҡәҙерле дуҫтар, “Башҡортостан”ға яҙылдығыҙмы? Онотоп ҡуймағыҙ, үкенерһегеҙ, һуң булыр...
Нурия АМАНГИЛДИНА.
Көйөргәҙе районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҡырымға юллама һатылмай!

Ҡырымға юллама һатылмай! 21.01.2019 // Йәмғиәт

Социаль селтәрҙәрҙә Сибай ҡалаһы халҡына Ҡырымға юлламалар һатырға маташҡан мутлашыусылар...

Тотош уҡырға 0

Норвегияла теракт: Башҡортостан егете кешеләргә һөжүм итә

Норвегияла теракт: Башҡортостан егете кешеләргә һөжүм итә 21.01.2019 // Йәмғиәт

Норвегияның Осло ҡалаһы үҙәгендәге магазинда 20 йәшлек яҡташыбыҙ 25 йәшлек ҡатынға бысаҡ менән...

Тотош уҡырға 11

Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан!

Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан! 20.01.2019 // Йәмғиәт / Эй ултыра балыҡсы...

Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Нәзим Байғусҡаровты ауылдаштары оҫта балыҡсы һәм һунарсы...

Тотош уҡырға 131

"Ҡыҙыл әтәс" ҡунаҡламаһын өсөн

"Ҡыҙыл әтәс" ҡунаҡламаһын өсөн 20.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл ерҙәрендә янғын сығыу осраҡтары йышая, ҡорбандар булғаны...

Тотош уҡырға 66

Ап-аҡ ҡарҙар яуа...

Ап-аҡ ҡарҙар яуа... 20.01.2019 // Йәмғиәт / Спорт һәм туризм

Тирә-йүнде аҡлыҡҡа күмеп, бөгөн иртәнсәктән ҡар яуа. Һалҡын да түгел, ел дә үтә ҡотормай. Баҡтиһәң,...

Тотош уҡырға 57

"Ваҡытың булманы, улым..."

"Ваҡытың булманы, улым..." 20.01.2019 // Йәмғиәт

Заманында бер ғалимдан ишеткәнемде бәйән итмәксемен. Үҙе менән булған хәлде тулҡынланып, күҙ йәше...

Тотош уҡырға 570

Балаңа – һөт, үҙеңә – күмер

Балаңа – һөт, үҙеңә – күмер 19.01.2019 // Йәмғиәт / Экология

Сибайҙағы экологик хәлгә бәйле, халыҡтың һаулығын һәр яҡлап хәстәрләү дауам итә....

Тотош уҡырға 148

Радий ХӘБИРОВ: “Ҡырымға һаулығы буйынса иң ҙур мохтажлыҡ кисергәндәр барасаҡ”

Радий ХӘБИРОВ: “Ҡырымға һаулығы буйынса иң ҙур мохтажлыҡ кисергәндәр барасаҡ” 19.01.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә бөгөнгө...

Тотош уҡырға 92

“Ильич лампалары” урынына...

“Ильич лампалары” урынына... 19.01.2019 // Йәмғиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың урамдарҙы яҡтыртыу бурысы барлыҡ...

Тотош уҡырға 80

Сүп-сарыңды йыйып әҙерлә

Сүп-сарыңды йыйып әҙерлә 19.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

Өфө хакимиәте сайтында ҡала биләмәһенән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу графигы билдәләнгән рәсми...

Тотош уҡырға 68

Дәүләт инспекцияһы хәбәр итә

Дәүләт инспекцияһы хәбәр итә 19.01.2019 // Йәмғиәт

Кисә Өфө урамдарының береһендә “Шевроле Ланос” автомобиле менән “КамАЗ” бәрелешкән. Ике кеше зыян...

Тотош уҡырға 51

Халыҡ ҡасан ҡурҡыуҙан арыныр?

Халыҡ ҡасан ҡурҡыуҙан арыныр? 18.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт / Экология

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы делегацияһы Сибайҙағы хәлде тикшергәс, борсоулы халыҡ менән...

Тотош уҡырға 100