Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балтастар килендән уңды
Гөлфиә Шәисламова – Асҡын ҡыҙы, әммә Балтас мәҙәниәтенә бар булмышы менән бирелгән, ижади мөхиттә янып йәшәгән шәхес. Бер ҡасан арыу-талыуҙы, төшөнкөлөккә бирелеүҙе белмәҫ, һәр ваҡыт хәрәкәттә, нурлы йөҙөнән йылмайыу китмәҫ.

Бер көн эсендә йөҙләгән проблеманы хәл итә Гөлфиәбеҙ. Һәр һәүәҫкәрҙең, коллектив етәксеһенең күңеленә юл таба, сәхнәгә баҫырға батырсылыҡ иткән таланттарҙы ҡәҙерләп, ижад серҙәренә өйрәтә. Үҙе концерттарҙы бынамын тигән итеп алып бара, режиссер, райондың мәҙәниәт һарайында эшләгән “Балҡыш” халыҡ театры, “Етегән шишмә” халыҡ эстрада-фольклор коллективы артисы. Бейей ҙә, йырлай ҙа, ролдәрҙе лә оҫта башҡара. Райондың мәҙәниәт һарайында, ауыл мәҙәниәт йорттары һәм клубтарында тупланған һәүәҫкәр коллективтарҙы һаҡлау, үҫтереү, уларҙың репертуары өҫтөндә берҙәм эшләп, һөнәри ярҙам күрһәтеп, район сәхнәһендә һәм республика конкурстарында балҡытыу – Гөлфиә Шәисламо­ваның төп эше. Ул бына ошо тынғыһыҙ мөхиттә бәхетле йәшәй, гөрләп ижад итә. Мәҙәниәт һарайының эш графигында мәҙәни сараһыҙ көн бик һирәк. Ә уның художество етәксеһе һәр ваҡыт сәхнәлә, тамаша залында, ауыл клубтарында.

Ике тиҫтә йыл элек Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлап Балтасҡа эшкә ҡайтты ул. Белемен үҫтереүгә, ижадын байытыуға әүәҫ. Балтас мәҙәниәтенең нигеҙен тотҡан шәхестәр – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рая Хәмәева, Наил Ғәлләмов, Раушания Хәсәнова, Камилә Халиҡова, Зөһрә Ғәлләмова, Алина Вәлиәхмәтова, Гөлфизә Саҙрыева, Асия Мостафина кеүек остаздарынан өйрәнеп тәжрибә тупланы, ситтән тороп юғары белем алды. Бөгөн талантлы хеҙмәттәштәре менән бергә дәртләнеп эшләй.

Өлгөр Гөлфиәбеҙ – ғаиләлә уңған ҡатын, инсафлы килен, һөйөклө әсәй. Тормош иптәше Илгиз менән яңы йорт һалып, өс ҡыҙ үҫтереп, гөрләтеп донъя көтәләр. Нурия, Наилә, Наҙгөл йырлап-бейеп үҫеп, сәхнәбеҙ биҙәгенә әүерелеп килә.

“Афарин, Асҡын ҡыҙы, Балтас килене!” тибеҙ Гөлфиәгә. Тырыш хеҙмәтең һәр ваҡыт емештәре менән ҡыуандырһын, яңы маҡсаттарға ынтылыш һәм көс бирһен!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 24

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 68

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 72

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 85

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 48

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 60

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 78

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 51

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 77

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 106