Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бына беҙ!” тип ҡысҡырмайҙар
Шундай ғаиләләр була – татыулыҡтарына, эшсәнлектәренә һоҡланып туймаҫлыҡ. Улар үҙҙәре “Бына беҙ!” тип әллә ҡайҙан ҡысҡырып та тормай, тыйнаҡ ҡына йәшәй, эшләй бирә.
Мәүлиә менән Рөстәм Ғө­бәев­тәр тураһында тап бына ошондай һүҙҙәр әйтергә була. Улар­ҙың ҡулға-ҡул тотоноп, хәләл көстәре менән өй төҙөп, өс бала тәрбиәләп, гөрләтеп донъя көтө­үенә ике тиҫтә йыл тулып килә.

Мәүлиә Тимерәй ҡыҙы – Балтас районының Түбәнге Ҡанһө­йәр ауылы ҡыҙы, ә тормош иптә­ше Рөстәм Зифил улы — Яңа­уыл районының Байсар ауылынан. Тормош елдәре уларҙы Неф­текама ҡалаһында таныштыра.

— Нефтекамаға килеп, балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып урынлаштым, ятаҡтан урын бир­ҙеләр. Берҙәм, ҙур ғаилә ке­үек йәшәнек, байрамдарҙы кү­ңелле итеп үткәрә торғайныҡ. Бер мәл дуҫ ҡыҙҙар менән Яңы йыл бал-маскарадына йыйындыҡ. Бай­рамға шәмәхә төҫөндәге матур күлдәгемде кейҙем. Күрше ятаҡ­тан егеттәр килгәйне. Шулар ара­һынан оҙон буйлы сибәр егет мине бейергә саҡырҙы. Танышып, дуҫлашып киттек, ә һуңы­нан инде арабыҙҙа мөхәббәт хисе ҡабынды, – был һүҙҙәрҙе һөйләгәндә Мәүлиә Тимерәй ҡыҙының йөҙөндә нур балҡый.

Ата-әсәһенең танышыу тарихын инде бер нисә тапҡыр ишет­һә лә, балалары ла йотлоғоп тың­лай. Эйе, йөрәктең иң түрен­дә һаҡланған беренсе күрешеү, танышыу минуттары нисә һөйлә­һәң дә татлы шул... Йәштәр, оҙаҡҡа һуҙмай, өйләнешә.

— Иптәшем бик тырыш, ҡу­лы­нан килмәгән эше юҡ, – ти Мәүлиә ханым, Рөстәм Зифил улының булдыҡлылығы менән ғорурланып. – Өйҙө нигеҙенән башлап үҙе һалды, һәр ҡаҙағына тиклем үҙ ҡулы менән ҡаҡты. Ул – ташсы ла, электрик та, иретеп йәбештереүсе лә.

Рөстәм Зифил улының һөнәре бик яуаплы, төплө белем, тәжрибә талап итә. Ул – “Нефтехимпром Поволжье” йәмғиә­тен­дә свкажиналарҙы химик эшкәртеү буйынса оператор.

Мәүлиә Тимерәй ҡыҙы – ике тиҫтә йыл инде “Бәпембә” балалар баҡсаһында тәрбиәсе, тормошон бәләкәстәрһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Тырыш хеҙмәте маҡтау грамоталары менән билдәләнгән.

Ғөбәевтәр балаларын хеҙмәт, ғәҙеллек, намыҫ кеүек сифаттар аша тәрбиәләй.
— Эштең рәтен белеп, хеҙмәт­кә хөрмәт менән ҡарап үҫһендәр, – ти ата-әсә бер тауыштан. – За­мана ата-әсәһе балаларына эш ҡушыуҙан ҡурҡа. Был дөрөҫ түгел. Беҙ хужалыҡтамы, өйҙәме, нимәгә тотонһаҡ та, балалар ме­нән бергә башҡарырға тыры­ша­быҙ. Атаһы ағас эше менән бу­лы­ша башлаһа, һигеҙ йәшлек Рә­мил шунда уҡ ҡулына ҡаҙаҡ, сүкеш ала, ана, күптән түгел ул­тырғыс эшләп ҡуйған, – ти әсә ке­ше, кинйә улы менән ғорур­ланып.

Эйе, балалары һүҙ тейҙе­рер­лек түгел. Улар – ата-әсәһенең дә, үҙҙәре уҡыған 4-се мәктәптең дә ғорурлығы. Өлкәндәре Руслан – башҡорт теле, физика, астрономия фәндәре буйынса мәктәп­тә һәм ҡалала үткән олимпиадалар еңеүсеһе. Әлеге көндә ул – Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты.

Уртансылары – мөләйем Лилиә V класта уҡый, ағаһынан бер ҙә ҡалышмай, “бишле” бил­дәләренә генә өлгәшә. Ул үткән уҡыу йылында башҡорт теле буйынса ҡала олимпиа­даһында еңеү яулаған. Шулай уҡ башҡа фәндәрҙән дә уңыштары тос ҡына.

Кинйәләре Рәмил – II класс уҡыусыһы, бик теләп “Урал батыр” эпосын ятлай, ағаһы һәм апаһы кеүек яҡшы уҡырға, күпте белергә теләй.
Рухлы ғаилә тип беләләр Ғө­бәев­тәрҙе Нефтекамала. “Ғаилә – туған тел һаҡсыһы” республика конкурсының муниципаль этабында балаларын милли рухта тәрбиәләгән, туған телдә иркен аралашҡан 11 ғаилә ҡатнашты. Ғөбәевтәр “Иң татыу ғаилә” но­минацияһында еңеү яуланы. Үҙ сығыштарында “Туҡмаҡ әйлән­де­реү”, “Йөҙөк һалыу” кеүек фольклор уйыны өлгөләре менән таныштырып, йырлап-бейеп сы­ғыш яһанылар. Конкурста ҡат­на­шыу өсөн, алыҫ араларҙы яҡын итеп, Балтас районынан Мәү­лиә ханымдың әсәһе Мәм­дүҙә Сәлим ҡыҙы ла килгәйне. Уның балаларҙы, милләт­тәштә­ребеҙҙе иманға өндәгән мөнә­жәте үҙе бер матур тамаша булды.

– Конкурста ҡатнашыу кемдең идеяһы? – тип һорайым.

– Ғаиләмде мин “ҡоторттом”, – ти Мәүлиә Тимерәй ҡыҙы. – Барлыҡ уйҙарымды тормошҡа ашырырға әҙер торған ирем, балаларым тәҡдимемде шунда уҡ күтәреп алды.

Ғөбәевтәрҙең сығышы тама­ша­сыларҙың да, баһалама ағза­ларының да күңеленә хуш килде. “Башҡортостандың халыҡ артисы, Нефтекама дәүләт филар­монияһының художество етәксе­һе, билдәле ҡурайсы Айбулат Рәхмәтуллин ҡулынан бүләккә ҡурай алыу иң тулҡынландырғыс һәм ҡыуаныслы мәл булды”, – ти Рөстәм Зифил улы.

Бына шундай һоҡланғыс ғаилә йәшәй Нефтекама ҡалаһында. Уларға киләсәктә лә именлек, сәләмәтлек һәм уңыштар ғына юлдаш булһын.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 24

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 68

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 72

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 85

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 48

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 60

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 78

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 51

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 77

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 106