Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алдашыуға юл ҡуйылмаясаҡ
“Берҙәм Рәсәй”ҙең “Таҙа ил” партия проекты мониторингы асыҡлауынса, Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә идарасы компаниялар сүп-сар сығарған өсөн хаҡты ике тапҡырға арттырып түләттерә икән. Был хаҡта Дәүләт Думаһының Экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Владимир Бурмаков хәбәр итте. Хоҡуҡ боҙоуға илдең 20 төбәгендә юл ҡуялар икән. Ә Башҡортостанда хәл нисек?

– Башҡортостанда бөгөн икеләтә түләттереү күренеше юҡ, – тине “Берҙәм Рәсәй”ҙең Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тайҙағы фракцияһы етәксеһе Рөстәм Ишмө­хәмәтов. – Ғинуарҙа идарасы компаниялар бер-ике тапҡыр алдашырға маташып ҡараны, ләкин хоҡуҡ һаҡлау органдары тиҙ үк сараһын күрҙе – быны тыйҙылар һәм компаниялар иҫкәртелде. Әгәр ҙә граждандарҙан ошо хаҡта мөрәжәғәттәр килә икән, беҙ – “Берҙәм Рәсәй”ҙең фракцияһы – хоҡуҡ һаҡлау органдарына шунда уҡ мөрәжәғәт итәсәкбеҙ.


Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ташыған өсөн икеләтә сумма күрһәтелгән квитанция ебәреүҙәре ихтимал булыуы хаҡында Баш­ҡортостан Башлығы вазифаһын ва­ҡыт­лыса башҡарыусы Радий Хәбиров был­тыр йыл аҙағында уҡ иҫкәрткәйне инде.

Партияның Генераль Советы секре­тарының беренсе урынбаҫары, Дәүләт Думаһы депутаты Ольга Баталинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, ошо проблема һаман булһа хәл ителмәгән төбәктәрҙә идарасы компаниялар квитанциянан сүп-сар сығарыу буйынса хеҙмәтләндереү тура­һындағы юлды алып ташлай, ә сумманы ҡалдыра. “Тимәк, был хеҙмәт­ләндереү күрһәтелгән һәм шул уҡ сумма күрһәтелгән квитанцияны айырым ебәреү мөмкинлеге тыуа”, – ти Баталина.

Быйылғы 1 ғинуарҙан Рәсәйҙә ҡаты ком­муналь ҡалдыҡтар буйынса күр­һә­телгән хеҙмәттең яңы системаһы ғә­мәлгә ашырыла башланы. Төбәк опе­ра­тор­ҙарының бурысы – ошондай ҡалдыҡ­тарҙы ташыу, эшкәртеү, зарарһыҙ­ландырыу, күмеү. Уларҙың хеҙмәтенә түләү идарасы компанияның торлаҡ йортто хеҙмәтлән­дереүенән тыш башҡарыла, тариф та айырым билдәләнә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 24

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 70

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 72

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 85

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 49

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 61

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 82

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 53

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 78

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 107