Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Был йәштәр тыуған еренә хеҙмәт итә
Йәш ғалимдарға мөһим фәнни проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн берәр миллион һумлыҡ матди ярҙам бирелде. Матур сара Рәсәй фәне көнөндә Өфөлә ойошторолдо. Башҡортостан Республикаһының гранттарын конкурста еңеп сыҡҡан йәштәргә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.

Конкурста ҡатнашыр өсөн бар­лығы 172 ғариза ебәрелгән, уларҙың 169-ы һайлап алынған. 100 хеҙмәт – фән кандидаттарынан һәм ҡалған 69-ы аспиранттарҙан килгән. Еңеүсе булып иһә 29 проект танылды. Уларҙың күпселеге яғыулыҡ-энергетика, агросәнәғәт комплексы, авиайыһан, машиналар эшләү, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм башҡа тармаҡтарға ҡағыла.

– Комиссия ағзаларына иң яҡшы эштәрҙе һайлап алыу бик ауырға тура килде, сөнки хеҙмәттәрҙең күпселеге еңеүгә лайыҡ. Һеҙ – иң-иңдәре. Яңы асыштар, яңы технологиялар тәҡдим итәһегеҙ. Уларҙың барыһы ла көнүҙәк һәм мөһим, – тине Константин Толкачев. – Йәш­тәргә артабан да үҫеү, эшләү өсөн республикала барлыҡ шарт­тарҙы ла тыуҙырырға тырышасаҡбыҙ.

Республика парламенты спикеры белдереүенсә, яҡын арала беҙҙә “Фән” тигән ҙур милли проект тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Унда, дөйөм алғанда, дүрт миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк һәм уларҙың ҙур өлөшө йәш ғалимдарға ярҙам итеү өсөн тотоноласаҡ.

Тәҡдим ителгән эштәр араһында медицина тармағына ҡағылған­дары байтаҡ. Уларҙың заман сире – яман шеште дауалауға арнал­ғандары айырыуса ҙур ҡыҙыҡһын­ыу уятты. Был йүнәлештә эш­лә­гән йәш ғалимдарҙың береһе Гөлнара Туғыҙбаева – Башҡорт­остан дәүләт медицина университеты аспиранты. Ул үҙе – теш табибы һәм рактың ауыҙ эсендәгеһен, теш ҡаҙна­лығындағыһын еңеү юлдарын эҙләй. Ә медицина фәндәре кандидаты, “Перитон Трит” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәт­кәре Шамил Ҡыҙырғәлин түллектәге яман шеште дауалау өҫтөндә эш­ләй.
“Сысҡандарҙа тәжрибә үткәр­ҙек. Беҙҙең дарыуҙар уларға бик яҡ­шы тәьҫир итә. Оҙаҡламай кеше­ләрҙә лә һынауҙар үткәреп, был сир­ҙе еңергә хыялланабыҙ”, – тине ул.

Биология фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһының Биохимия һәм генетика институты хеҙ­мәткәре Ульяна Кузьмина иғтибарын башҡорт балы, прополисы һәм балауыҙына йүнәлткән. Ул ошо мат­дә­ләрҙең химик составын һәм биологик әүҙемлеген өйрәнеү өсөн ғил­ми нигеҙ булдырыу өҫтөндә эшләй.

– Республикабыҙҙың бал ҡорт­тарын үрсетеү өсөн мөмкинлектәре иҫ киткес ҙур. Донъяла голланд ба­лы иң ҡиммәтлеһе һанала. Ә бына сифаты һәм үҙенсәлектәре буйынса башҡорт балы унан һис тә кәм түгел, хатта яҡшыраҡтыр ҙа әле. Шуға күрә үҙемдең хеҙмәтем менән Башҡортостан балының составын тағы ла ентекләберәк өйрә­нергә, уны ла донъя кимәленә күтә­рергә теләйем, – тине Ульяна Кузьмина.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 24

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 68

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 72

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 85

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 48

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 60

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 78

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 51

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 77

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 106