Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ете тарафтан ете хәбәр
Еңеү алдынан ҙур бүләк
Йылайыр районында “Һуғыш һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында”ғы Федераль законды тормошҡа ашырыу сиктәрендә 130 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны торлаҡ сертификаты алды.
Улар араһында һуғышта ҡатнашҡан һәм инвалид 28 ветеран, мәрхүм ветерандарҙың 102 ғаилә ағзаһы бар. Ветерандар өсөн торлаҡтың дөйөм хаҡы 131 миллион һум тәшкил иткән. 2012 йылдың 1 апреленә ҡарата районда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар исемлегендә 31 кеше тора. Уларҙың күбеһе — Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың һәм инвалидтарҙың тол ҡатындары.
“Ауыл уттары”.


Донъя кимәлендә танытты
Тәтешле районында йәшәүсе Тимерхан Камилйәновтың исеме республикала, илдә генә түгел, Европа һәм донъя кимәлендә лә билдәле. Уның гер күтәреү буйынса яуланған исем, миҙалдарын һанап бөтөрлөк түгел. Ошо көндәрҙә ул Архангельск ҡалаһында гер спорты мастерҙары араһында үткән сираттағы донъя чемпионатында уңышлы сығыш яһап ҡайтҡан.
Сарала 40-тан ашыу илдән донъя чемпиондары һәм рекордсылары, “Гиннесс китабы”на инеүселәр ҡатнашҡан. Яҡташыбыҙ йәш һәм ауырлыҡ категорияһында иң-иңе икәнен тағы бер иҫбатлаған. Ул алты тапҡыр донъя һәм бер тапҡыр Европа чемпионы титулдарын яулаған.
“Тәтешле хәбәрҙәре”.


Милләттәштәр өсөн оло байрам
Хәйбулла районы делегацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Оло Сурай ауылына эшлекле сәфәр менән барҙы.
Хәйбуллалар ауыл халҡына матур концерт күрһәтте, Башҡортостанда һәм Хәйбулла районында сыҡҡан баҫмаларҙы таратты. Был сара күршеләр араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыу, Ырымбур өлкәһендә йәшәгән башҡорттар халыҡ йолаларын, мәҙәниәтен, телен һаҡлап, артабан үҫешер тигән маҡсат менән ойошторолған. “Бындай саралар беҙҙең өсөн бик кәрәк. Улар башҡорт халҡының бай мираҫы менән таныштыра. Яҡын күршеләребеҙ — хәйбуллалар беҙҙең өсөн гел өлгө булып тора. Шуға ла һәр ваҡыт улар менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ”, – тип белдергән Ҡыуандыҡ районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ғәбит Тайғунов.
“Хәйбулла хәбәрҙәре”.


Спортсылар уҡыусылар менән осрашты
Мишкә районының Ҡайраҡ ауылы мәктәбен тамамлаған уҡыусылар туған мәктәптәрендә йыш була. Был юлы саңғы ярыштары һәм биатлон буйынса дүрт тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы Кирилл Михайлов осрашыуға килде.
Мәктәп уҡыусылары спортсының тормошо, ҡаҙаныштары тураһында һорашты. Билдәле спортсы уҡыусылар менән иҫтәлеккә фотоға төштө, автограф бирҙе, мәктәпкә ноутбук бүләк итте. Балалар был көслө рухлы кешенән артабан өлгө алып йәшәр, тип ышанабыҙ.
“Дружба”.


Ярыштан еңеү менән ҡайттылар
Шишмә районында “XXI быуат лидеры” тип аталған республика конкурсының сираттағы этабы үтте. Өс көн дауамында барған конкурста ҡатнашыусылар төрлө һынауҙа ҡатнашты.
Ҡырмыҫҡалы районынан был сараға Эдуард Ҡоломбәтов, Денис Вәлиев, Эльза Ғабдрахманова, Лоретта Мөхәмәтҡолова, Ирина Иванова барҙы. Өфө, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Әлшәй, Бәләбәй, Ишембай райондарынан 89 уҡыусы көс һынашты. Еңеүселәр төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Денис Вәлиев менән Эдуард Ҡоломбәтов ярыштан приз алып ҡайтты.
“Кармаскалинская новь”.


Көслөләр көс һынашты
Краснокама районының Николо-Березовка ауылында республиканың иң көслө ҡул көрәштереүселәре йыйылды. Сарала республиканың 21 районынан һәм алты ҡалаһынан 30-ҙан ашыу спортсы ҡатнашты. Башҡортостандың ҡул көрәштереү буйынса чемпионы А. Сәлихов ярыштың баш судьяһы итеп тәғәйенләнде.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Бишбүләк районы командаһы иң көслөһө булып танылды. Был команда 12 йыл рәттән беренселекте башҡаларға бирмәй. Краснокама районы спортсылары икенсе урынды яуланы.
“Краснокамские зори”.
Малаяҙҙа — байрам йәрминкәләре
Салауат районының Малаяҙ ауылының үҙәк баҙарында 28 апрелдән 7 майға тиклем байрам йәрминкәләре була.
Шәхси эшҡыуарҙар, фермер хужалыҡтары, халыҡ үҙе етештергән тауарҙы һатыуға сығара. Баҙар директоры Ринат Фәтҡуллин әйтеүенсә, был көндәрҙә ит, һөт, иген, картуф, орлоҡ, үҫентеләр һатып алырға мөмкин буласаҡ.
“На земле Салавата”.
Л. НУРЕТДИНОВА әҙерләне.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҡырымға юллама һатылмай!

Ҡырымға юллама һатылмай! 21.01.2019 // Йәмғиәт

Социаль селтәрҙәрҙә Сибай ҡалаһы халҡына Ҡырымға юлламалар һатырға маташҡан мутлашыусылар...

Тотош уҡырға 0

Норвегияла теракт: Башҡортостан егете кешеләргә һөжүм итә

Норвегияла теракт: Башҡортостан егете кешеләргә һөжүм итә 21.01.2019 // Йәмғиәт

Норвегияның Осло ҡалаһы үҙәгендәге магазинда 20 йәшлек яҡташыбыҙ 25 йәшлек ҡатынға бысаҡ менән...

Тотош уҡырға 11

Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан!

Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан! 20.01.2019 // Йәмғиәт / Эй ултыра балыҡсы...

Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Нәзим Байғусҡаровты ауылдаштары оҫта балыҡсы һәм һунарсы...

Тотош уҡырға 131

"Ҡыҙыл әтәс" ҡунаҡламаһын өсөн

"Ҡыҙыл әтәс" ҡунаҡламаһын өсөн 20.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл ерҙәрендә янғын сығыу осраҡтары йышая, ҡорбандар булғаны...

Тотош уҡырға 66

Ап-аҡ ҡарҙар яуа...

Ап-аҡ ҡарҙар яуа... 20.01.2019 // Йәмғиәт / Спорт һәм туризм

Тирә-йүнде аҡлыҡҡа күмеп, бөгөн иртәнсәктән ҡар яуа. Һалҡын да түгел, ел дә үтә ҡотормай. Баҡтиһәң,...

Тотош уҡырға 57

"Ваҡытың булманы, улым..."

"Ваҡытың булманы, улым..." 20.01.2019 // Йәмғиәт

Заманында бер ғалимдан ишеткәнемде бәйән итмәксемен. Үҙе менән булған хәлде тулҡынланып, күҙ йәше...

Тотош уҡырға 570

Балаңа – һөт, үҙеңә – күмер

Балаңа – һөт, үҙеңә – күмер 19.01.2019 // Йәмғиәт / Экология

Сибайҙағы экологик хәлгә бәйле, халыҡтың һаулығын һәр яҡлап хәстәрләү дауам итә....

Тотош уҡырға 148

Радий ХӘБИРОВ: “Ҡырымға һаулығы буйынса иң ҙур мохтажлыҡ кисергәндәр барасаҡ”

Радий ХӘБИРОВ: “Ҡырымға һаулығы буйынса иң ҙур мохтажлыҡ кисергәндәр барасаҡ” 19.01.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә бөгөнгө...

Тотош уҡырға 92

“Ильич лампалары” урынына...

“Ильич лампалары” урынына... 19.01.2019 // Йәмғиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың урамдарҙы яҡтыртыу бурысы барлыҡ...

Тотош уҡырға 80

Сүп-сарыңды йыйып әҙерлә

Сүп-сарыңды йыйып әҙерлә 19.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

Өфө хакимиәте сайтында ҡала биләмәһенән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу графигы билдәләнгән рәсми...

Тотош уҡырға 68

Дәүләт инспекцияһы хәбәр итә

Дәүләт инспекцияһы хәбәр итә 19.01.2019 // Йәмғиәт

Кисә Өфө урамдарының береһендә “Шевроле Ланос” автомобиле менән “КамАЗ” бәрелешкән. Ике кеше зыян...

Тотош уҡырға 51

Халыҡ ҡасан ҡурҡыуҙан арыныр?

Халыҡ ҡасан ҡурҡыуҙан арыныр? 18.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт / Экология

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы делегацияһы Сибайҙағы хәлде тикшергәс, борсоулы халыҡ менән...

Тотош уҡырға 100