Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Өс башаҡБыҙауҡайым, асыҡтыңмы? Мә, бесән аша. Мин дә асыҡтым. Мин дә үлән ашайым. Балтылған ялатам, ҡуҙ­ғалаҡ, кеселткән ашы... Ыумасҡа ғына он юҡ шу-ул. Балтылған, алабута киптелҙек тә ул. Ә-ә, бөгөн өләсәйем менән башаҡҡа балабыҙ. Баҫыуҙа ҡал­ғандыл әле, ибет. Балыһын да йыйып булмай ҙа... Минең күҙ үткел ул, әллә ҡай­ҙан күләм. Өләсәйем генә күлмәй. Кү-үп итеп башаҡ йыя­быҙ... Мә-мә, бесән аша әлегә. Алыштан ҡалас бе­шелһәк, һиңә лә һындылып әпки­лелмен, йәме. Ҡашҡа, Ҡашҡа... Ҡайҙа киттең, быҙауҡайым?”
Мө-ө... Быҙау, артына әйләнеп кескәй генә ҡойроғон борғоланы ла, ерҙе алғы тояҡтары менән тырнай-тырнай, оло үгеҙ үкергән­дәй тауыш сығарҙы. Муйынынан күгәүен ҡыуҙымы, башын һелкә-һелкә тороп сапты.
– Туҡта, туҡта, Ҡашҡа-а...
– Ҡыҙым, һаташаһың, тор әйҙә. Ҡояш Сағылға күтәрелгәнсе ба­ҫыуға бара һалайыҡ, – өләсәһе­нең ҡытыршы, шул уҡ ваҡытта йомшаҡ ҡына ҡулдары сабыйҙың башынан һыйпаны. Өҫтөндәге юрғанын асып, ейәнсәренең ҡул­да­рын өҫкә күтәрҙе. Үҙе тәне буйлап аяҡҡа табан йоҡоһон ҡыуҙы. – Үҫте-үҫте минең ҡыҙым. Ҙур булып үҫте-е...
Зәлифәгә шул тиклем рәхәт ине, кирелде, күҙҙәрен асты. Өнө менән төшөн тоташтырған томан тарала барҙы. Өләсәһенең йыл­майған йөҙө нурланды. Стенаға эленгән таҫтамалдар, шаршау, түбә таҡтаһындағы ботаҡ эҙҙәре, буй-буй һуҙылған ярыҡтар яйлап үҙ урынына ҡайтты.
– Ҡашҡаны телгә алып һа­таштың, төшөңдә күрҙеңме?
– Ҡашҡа йылаҡҡа сапты. Күтен һикелтеп-һикелтеп сапты... юҡ булды... – Ҡыҙ күҙҙәрен ыуҙы. – Өләсәй, ул беҙгә киле ҡайтыл микән, ә-ә? Эх, атайым ғына ҡайт­һын әле, Әбдләхимдән шундуҡ балып алыл ине...
Вәғизә, ауыр һулап, ултырғысҡа барып ултырҙы. Ике тәҙрә ара­һы­на эленгән рамдағы кәртиш­кәләргә текләне. Унан, аҙыраҡ ирен сите менән йылмайып, улы Вәсил менән килене Миләүшә баҡҡан. Һуғыш сығырға бер йыл элгәре генә Өфөгә барғайнылар, шунда төшкәндәр. Килене ауырлы ине инде ул саҡта. “Эй, балалар, балалар, ғүмеркәйҙәрегеҙ генә булманы шул... Ҡырҡ өстә үк хәбәрһеҙ юғалыуың тураһында ҡағыҙың килгәйне, шунан бирле ҡош телендәй ҙә хәбәр-хәтерең юҡ, улым. Килен дә...”
Вәғизәнең киленен дә Белорет урмандарына ағас ҡырҡырға ебәргәйнеләр, һыуыҡ тейҙереп ҡайтты ла мандыманы. Бисара, билдән ҡар йырып ағас төптәрен таҙартабыҙ, йығып, турап, бер ергә өйәбеҙ, тип һөйләй торғайны. Кейемдәре кибеп тә өлгөрмәй, иртәгәһен тағы эшкә. Эс-бауыры ҡуша туңғандыр инде.... Хәҙер, иллене аша уҙғас, ете йәшлек ейәнсәре менән япа-яңғыҙ ҡалды Вәғизә. Ҡыҙы алыҫта кейәүҙә. Өлкән улы Вәрис һуғыштың тәүге көндәрендә үк башын һалды. Ире лә фанилыҡтан иртә китте. Кол­хоздың игенен тапшырырға бар­ғанда аты өркөп китеп, паромдан һыуға осҡан. Хужаһы ни, атының ҡамыт, арҡалыҡ бауҙа­рын, бауыр­лығын киҫәйем тип, артынан һи­кергән. Аяғы дилбегәгә уралғанмы, тағы берәр хәл бул­ғанмы, ат та, ире лә һыу төбөнә киткән. Ауыр тупрағы еңел булһын инде. Ярай әле, исмаһам, ул балалар ҡайғы­һын күрмәне. Ай, Аллам, шунан да ауырыраҡ ҡайғы-һынауҙарҙың булыуы мөмкин түгелдер.
– Өләсәй, мин Ҡашҡаның бәләкәй сағын күлдем, хәҙел бит ул ҙул үҫкән. Әллә ҡайсан әпкит­һәләл ҙә мине таный. Мин бит уға балып бесән ашатам. Ҡайта ул беҙгә, атайым ҡайтҡас та ҡайта. Әле атайым юғалып ҡына тола, ибет! Мостафа бабай ҙа юғал­ғайны, ҡайтты бит. Мин дә бит юғалдым да, табылдым да...
Уҙған йыл Зәлифә өлкәнерәк ҡыҙҙарға эйәреп еләккә барғайны. Ҡыҙҙар, нимәнәндер ҡурҡып, ҡайтыр яҡҡа сапҡан, Зәлифә иһә, киреһенсә, урман эсенә кереп киткән дә аҙашҡан. Икенсе көндө бар ауыл халҡы сығып саҡ эҙләп тапты. Бригадир Әбдрәхим генә: “Эшкә сығығыҙ! Иҫән булһа, ҡай­тыр. Ҡайтмаһа тағы... Бере­геҙгә лә трудодень яҙмайым. Сабо­тажлыҡ өсөн баструк оҙатам!” – тип сығырынан-сыҡты. Тик уны береһе лә тыңламаны. Һуғыштан ҡайтҡан ирҙәр хатта яғаһынан алды. Шул туҡтаттымы уны ҡырын эшенән, бүтән сәбәп булдымы, башҡаса өндәшмәне. Тик теш араһынан: “Күрһәтермен әле мин һеҙгә”, – тип ыҫылданы. Шул ыҫылдауы байтаҡтарҙың баш осона балта элеп ҡуйыуға тиң ине. Әбдрәхим ҡасандыр Вәсил улының айырылмаҫ дуҫы булды. Бер класта уҡымаһалар ҙа, мәктәптән һуң гелән бергәләр ине. Хатта бер үк ҡыҙға ғишыҡ тоттолар. Тик Миләүшә Вәсилде һай­ланы. Юҡ, үсләшеп тә йөрөмә­неләр, шикелле. Киреһенсә, өс тағандай аяҡтарына ныҡ баҫып, емертеп донъя көтә башланылар. Әбдрәхим дә күрше ауылдан кәләш әйттерҙе. Никах уҡыт­манылар-уҡытыуын, камсамулға ярамай бит. Һуғышҡа саҡлы игеҙҙәре тыуғайны, ҡырҡ өстөң башында уҡ яраланып ҡайтҡас, тағы ул менән ҡыҙҙары донъяға килде. Вәсил менән килене ҡыҙлы булып ҡалды. Ғүмер тигәнең уҙа шул. Бына һуғыш бөткәнгә лә ике йыл, ейәнсәренә ете йәш тулды. Әбдрәхим һуғыш­тан бик үҙгәреп ҡайтты. Вәғизәнең генә түгел, башҡаларҙың да иҫе китте. Ирҙәр булмағанлыҡтан, ошо уҡ айҙа бригадир итеп ҡуйҙылар, шунан һуң оторо ҡоторҙо. Йыртҡыстай, бар асыуын, ҡоһорон ҡатын-ҡыҙға, бала-сағаға төшөрҙө. Ҡатындарға ураҡтан ҡайтыр әмәл юҡ, баҫыуға Сәйҙә исемле депутатты сығарып баҫтырҙы. Ыштан төптәренә саҡлы ҡаратты, башҡаларҙан тикшертте. Тәүҙә килештермәгәндәй булһа ла, үҙе лә һуңыраҡ ҡайһы ерҙән һәрмәй алды, шунда тап итте. Ихтыярына буйһонған­дарына йомшағыраҡ ҡыланды. Ир-ат ҡосағына һыуһағандар индермәне түгел, төндәрен ишек­тәрен асты. Ҡатыны ла белде, тик өндәшмәне, түҙҙе. Йөрөһәң йөрө, уларға ла ир кәрәк, ба­лаларҙы ғына ташлама, тигән, ти, имеш. Нисек булғандыр, уныһы Вәғизәгә ҡараңғы, әммә улар ғаиләһенә көн бөттө. Бигерәк тә килене мәрхүмә булғас... Уҙған йыл ҡарап торған быҙауҙы на­логка алып сығып киттеләр. Һуғыштан “ҡара ҡағыҙ”ы килгән ғаиләләргә күпмелер ташлама булһа ла, хәбәрһеҙ юғалған­дарҙыҡына ул яғы ҡараңғы ине. Һәр хәлдә, бригадир Әбдрәхим, силсәүит Юныс шулай аңлатты. Дөрөҫөрәге, аңлатып та торманы. Вәғизә менән Зәлифә быҙауҙы илай-илай колхоз фермаһына тиклем оҙата барҙы.
– Йөрөмә! – тип екерҙе Әб­дрәхим. – Кәрәкһә, һыйырыңды ла тартып алырбыҙ. Улдарыңдың икеһе лә хәбәрһеҙ юғалған – плен тигән һүҙ ул. Һыйыр аҫрап, һөт, ҡаймаҡ һатып спекулянт итәһең. Башҡалар сепаратҡа йөрөй, уныһын да алдырам.
– Ни-нисе-ек... һинеңсә, ярты ауыл ире плен төшкәнме ни? – тип иланы Вәғизә. – Уларҙың рухтарынан, балаларынан оялыр инең, исмаһам.
– Оятымды мин аяғым менән бергә ҡалдырҙым, тубыҡтан киҫеп, – тине Әбдрәхим, ыҫылдап. Тәмәкеһен ныҡ итеп һурҙы ла ергә лыстлатып төкөрҙө. Һуңынан махорка төпсөгөн сабыйға табан сиртте. – Ана шул көсөгөңдө ҡара, детдомға оҙатмаҫ борон...
– Тубығыңдан түгел, тазыңа тиклем оят ерең менән бергә киҫ­һәләр ҙә, аңлай торған кеше тү­гелһең икән. Нимес һиңә бер пуляһын йәлләгән, – тине Вәғизә. Уның күкрәгендә ниҙер ҡайнаны. Уртын тешләне. Ауыҙына тулған ҡара ҡанды төкөрөгөнә ҡуша төкөрҙө. – Беҙҙә тигәндәй үҫтең бит, оятһыҙ. Быҙауҙың түгел, ошо сабыйҙың рәнйешен алдың, башыңа оло ҡара бәлә алдың һин. Беләм, Миләүшә килен улымды һайлағанға үсләшәһең. Эсеңдә ҡара йылан ята. Беҙҙең кеүек йәтимдәргә генә көсөң етә бит ул һинең.
– Уй-й, өләсәй, ҡомғанда һыу юҡ би-ит...
Вәғизә уйҙарынан арынды. Суҡынып китһендәр ҙә, тине ул эстән генә, иҫәнлек булһын, мал табылыр.
– Ҡана йылымысты һалайым, йыуын да, әйҙә, сеүәтәгә ҡатыҡ һалдым, алабута оно ҡушып көлсә бешерҙем, ашап ал. Ҡояш Сағыл тауына күтәрелгәнсе юлға сығайыҡ...
Күс юлы буйлап икәү бара. Әле иңендә тормош йөгө тарта алыр­лыҡ ҡатын менән сабыйлыҡтан ҡайғы-хәсрәте иртә сыбыҡлап ҡыуған ҡыҙыҡай.
– Өләсәй, ә ниңә Күс юлы тигәндәл? – Бала ҡыҙыҡһыныуы әллә ҡайҙарҙан урап ҡайта, күҙ йомғансы әллә ҡайҙарға етә ала шул.
– Беҙҙең ата-баба аҫаба башҡорт булған...
– Ә кем ул аҫаба?
– Күп ерҙәре булған. Ауылда ҡышлағандар ҙа йәйен ошо юл буйлап Дим, Өршәк буйына күскәндәр, көтөү-көтөү мал ҡыуғандар.
– Э-эх, минең шул саҡта йәшәгем килә. Мал күп, һөт тә күп. Ит тә... – Хыял диңгеҙенә сумған сабый ҡапыл сирҡанып, етдиләнеп китте. – Ә ул саҡта Әбдләхимдәл быҙауҙалҙы талтып алмағанмы-ы?
– Юҡ, ҡыҙым, юҡ. Ул саҡта кеше малына ҡул һуҙғандарҙың ике аяғынан аҫып ҡуйғандар.
– Хи-хи-хи... – Ҡыҙға йән инде. – Атайым ҡайтһа, Әбдләхимдең дә ике ая... Бәй, уның бит бел генә аяғы бал. Ҡайһы еленән аҫыл икә-ән?
– Әй, сабый-сабый, – тип һөй­ләнде Вәғизә үҙ алдына. Һуңынан ейәнсәренә өндәште:
– Атайың, бабайың, башҡа ир-егет ҡайтһа, ҡайҙан аҫырға урын табырҙар әле. Улар ҡайтмаһа, һеҙҙең тиҫтерҙәр үҫеп етер. Әсәләренән көлгән өсөн дә, йорттағы һуңғы йомортҡаларын, бы­ҙауҙарын алып сығып киткән өсөн дә аҫыр урын табырҙар. Ке­ше малына ҡул һуҙыусылар, ҡы­ҙым, тамуҡтың дегетендә ҡайнар...
О-ой, ҡурҡыныс!.. Дегет ҡай­натҡанды белә Зәлифә. Өләсәһе ҡайын туҙынан һағыҙ ҡайнат­ҡанда ҡурҡыныс әле. Боғор-боғор килә. Шунда Әбдрәхимде һалһа-аң... Ҡуй, һағыҙға һалмаһындар, унан сәйнәп булмайсы. Дегеттә генә ҡай­натһындар, арба буярға ярай ҙа.
Юл оҙон. Һәр кем үҙ уйына сумып, өмөт йәшәткән баҫыуға табан атлай. “Хахул ыҙаны” тип йөрөткән баҫыуға табан. Ул колхоздарының сиге. Нисек етте шулай һөргөләп, сыймаҡлап арыш сәскәйнеләр. Йәй буйы утарға йөрөнөләр. Хәҙер иһә урып, көлтәләрҙе ауыл эргә­һендәге аранға ташып һалғанға ла байтаҡ ваҡыт уҙҙы. Әлегә ямғырҙар юҡ, бәлки, тороп ҡалған башаҡтар ҙа шытмағандыр. Алабута онона ҡушҡанда ярап ҡала.
Зәлифә тағы быҙауҙы иҫенә төшөрҙө. Хәҙер ҙур инде ул – үгеҙ булған. Хатта егергә өйрәтәләр, ти. Ҡыҙ ул ергә бармай, йәлләй Ҡашҡаны. Әле генә бәләкәй ине. Һаман хәтерендә, өләсәһе менән күрше бабай өйгә күтәреп инде лә тимер мейес алдына һалды. Дер-дер ҡалтырай, баҫырға аҙаплана мәхлүгең...
– Хәҙер, аҙыраҡ ҡына йөндәре кипһен дә, тамға һалырбыҙ, – ти өләсәһе. Зәлифә ҡурҡа, ҡолаҡ­тарын киҫкәндә ауырта бит. Шуға шаршау артына ҡасты. Ә бына “ҡанаты”н өткәндә зәрә ҡыҙыҡ булды. Быҙауҙың һыртында, ҡабырғаһында оҙон аҡ йөндәр бар икән. Ҡанаты, тиҙәр. Шуларҙы өтмәһәң, быҙау төнөн, кеше күрмәгәндә осоп йөрөй, ти. Өтөргә кәрәк шул, осоп йөрөп, бөтә көсөн бөтөрә бит. Ә икенсе көндө Зәлифә менән өләсәһе көҙөн урмандан алып ҡайтҡан миләштәрҙе епкә теҙеп төймә яһаны. Күҙ теймәһен өсөн, күҙ тейһә ярамай бит. Бына ул – өмөтләнеп килгән баҫыу. Зәлифә оҙонораҡ ҡалған ҡамыл күрһә лә йүгереп бара, һалам бөртөгө булһа ла эйелә. Арыраҡ тағы малай-шалай, ҡыҙ-ҡырҡын йөрөй.
– Өләсәй, – тип иламһырай ҡыҙыҡай, – йыйып бөткәндәл бит...
– Булмаһа, баҫыу сите буйлап атлайыҡ. Үлән араһында йәше­ренеп ҡалыуҙары бар.
Вәғизә бер башаҡ шәйләне. Алабута, киндергә һыйынып ҡына ултыра. Алтындай һап-һары. Үре­леп алманы. Ейәнсәренә өндәште.
– Ҡыҙым, күҙем бик күрмәй, ошо тирәне ҡара әле, – тигән булды.
Зәлифә килеп тә етте, ҡысҡырып уҡ ебәрҙе:
– Өләсә-әй, баша-аҡ!
Эй, шатланыуын күрһәңсе: күҙҙәре осҡонлана, ап-аҡ бит алмаларына ҡыҙыллыҡ йүгерҙе, урынында тыпырланы, сәпәкәй итеп алыуҙары! Кескәй генә усына башаҡты йомдо ла үпкәһен тултырып һауа һуланы.
– Тәмле-е, – тигән булды. Күҙ алдынан хыялында ғына йөрөткән күренештәр пәйҙә була барҙы. Кү-үп итеп башаҡ йыйырҙар ҙа икәүләп, ҡайтҡас, өләсәһе баҙҙа ғына ултырып ҡул тирмәнен әй­лән­дерер. Юғиһә тауышын Әбдрәхим, Сәйҙә ишеләр ишетеп ҡалыр. Силсәүиткә саҡыртырҙар. Юҡ, улар бит урлашманы, нишләп саҡыртһындар, ти. Саҡыртмайҙар, ибет. Ә ондан, һис алабута ҡушмайынса, ҙу-ур ҡалас бешерер өләсәһе.
Ҡыҙ үлән араһынан һикереп-һикереп атланы. Вәғизә, күрмә­мешкә һалышып, шәйләгәндәрен уға ҡалдыра барҙы.
– Икәү, өс-сәү...
Ҡапыл алда ғына йөрөгән балалар сыр-сыу килеп урман яғына табан йүгерҙе. Ни булды икән, тигән уй ҡатындың башына үрмәләп тә өлгөрмәне, ейәнсәре әсе ҡысҡырып, уның итәгенә ҡапланды. Үҙе дер-дер ҡалтырай, тотлоға.
– Ә-әбдл... Әбдләхим!..
Йырын буйлап килгәндерме, манма тиргә батҡан атын былар ҡаршыһында бейетте.
– Төрмәгә тығам һине, Вәғизә ҡарсыҡ!
– Атаҡ, хәҙер “апай”ҙан ҡарсыҡ­ҡа әйләндемме ни? – Ҡатын үҙен ҡулға алырға тырышты. – Минең ике улым һуғышта ятып ҡалды, шуны уйлар инең, исмаһам. Әсә­йең менән йәштәш апайыңа екер­гәнсе, баҫыуға ҡара, урыу эштәре күптән тамам бында.
– Потеря йыйылмаған, бир башаҡтарыңды!
Зәлифә усына өс бөртөк ба­шаҡты ныҡ итеп ҡыҫҡан. Юҡ, һис бирмәйәсәк уны.
– Әбдрәхим, һин бит Вәсилем менән бергә үҫтең, бергә әрмегә алынып, фронтҡа киттең... Аҙ ғына булһа ла ошо сабый хаҡы бар, – тип инәлде Вәғизә. – Хәбәрһеҙ юғалғас та... Тәүҙә һуғышта ла бергә булдығыҙ...
Ҡыҙыулыҡ ғәләмәте булдымы, Әбдрәхим ярһыны:
– Һаҙҙа ятып ҡалды Вәсилең. Уның кеүектәрҙе һалып, баҫма итеп сығып киттек, – тип ыҫылданы.
Вәғизә быуылды. Күҙ алдары ҡараңғыланды...
– Өләсәй, үлмә, өләсә-әй...
Ҡайҙан килә был тауыш? Алыҫтан ишетелә. Бәй, ейәнсәре ләһә. Ике ҡулын һонған да үҙенә саҡыра. Хәҙер, ҡыҙым, хәҙер...
Вәғизә күҙҙәрен асты. Битен әсе күҙ йәштәре өтә.
– Өләсәй, үлмә белүк, әйҙә, ҡайтайыҡ...
– Ы-ы... Хәҙер, хәҙер, ҡыҙым...
– Әбдләхим китте, әйҙә ҡайтайыҡ. – Ҡыҙ һыҡрап-һыҡрап илай.
– Минең усымдан башаҡталҙы алып кеҫәһенә һалды ла...
Ҡатын тамам фанилыҡҡа ҡайтты. Йөрәк тәңгәле сәнсһә лә, тамағына тығылған төйөрө яйлап тарала барҙы.
– Өләсәй, ба-башаҡтал...
– Ҡуй, илама, балам. Аш булып үтмәй, таш булып барһын. Хәрәм ризыҡ ҡорһағын ярып сығыр. Ә һин үҫерһең, уҡып кеше булырһың, уңған егеткә кейәүгә сығырһың, өй һалырһығыҙ, балалар үҫтерерһегеҙ...
Вәғизә ейәнсәрен күкрәгенә ҡыҫты. Күңеле һыҡраны, йөрәге әрнене. Хәсрәтен күҙ йәштәре менән йыуып төшөрөргә ине лә бит, улары ла илай-илай кибеп бөткән...
* * *
– Өләсәй, ҡала әле, Ҡашҡа ҡайтҡан!
Үгеҙ ерҙе тырнай-тырнай үкерҙе, ҡапҡаны асырға була күтәргәндәй итте, ары сабып килде, бире, тағы үкерҙе.
– Ыста, ни булған уға? Әйҙә, сығайыҡ әле, ҡыҙым...
Ҡапҡаны асыуға, Ҡашҡа аҙбар эсенә инеп китте лә мөйөшкә һыйынды. Үҙе дер ҡалтырай. Һырт буйҙары сыбыртҡы эҙенән ярылып бөткән, ауыҙ-морононан күбек ҡатыш ҡан аға, мөгөҙ тирәһе лә...
– Малҡай, малҡай, ни булды һиңә?
– Өләс-әй, ҡыйнағандал би-ит...
Уныңса булмай, урам эсенә биш-алты ир килеп керҙе. Бысаҡ, арҡан тотҡандары ла бар.
– Вәғизә апай, – тине яңы ғына фронттан ҡайтҡан Ильяс, – үгеҙе­геҙҙе салырға кәрәк. Ҡоторған ул...
– Бәй, минән алып киткәндә быҙау ғына ине бит.
– Еккегә килмәгәс, Әбдрәхим кәртә эсенә индереп сыбыртҡы менән яра башлағайны, бәйләгән арҡанын өҙөп, Әбдрәхимдең ҡорһағын ярҙы...
– Эсенән аҡҡан эсәктәрен йыя алмай, үгеҙҙәй үкереп, ерҙе тырнай-тырнай йән бирә алмай ята, бахыр!.. – тине икенсе ир.
Вәғизә өнһөҙ булды. Тирә-яғы­на ҡаранды. Береһе өндәшмәне. Тик һуңлап ҡапҡанан ингән силсәүит Юныстың тауышы ғына ҡалтыранып сыҡты:
– Әбдрәхим үлде...
Ильястың ҡулынан бысағы төшөп китте. Баштар түбән эйелде. Кемдер арҡанын ситкә быраҡ­тырҙы. Әле генә геүләшкән халыҡ шым ғына урам яғына ыңғайланы.
– Ә-ә... Ҡашҡа... Үгеҙҙе нишлә­тәһегеҙ? – Вәғизә саҡ шулай тип әйтә алды. Юныс ҡул һелтәне:
– Үҙеңә булһын...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 24

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 70

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 72

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 85

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 49

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 61

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 82

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 53

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 78

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 107