Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?
Был һорау, бер яҡтан ҡарағанда, төптө урынһыҙ ҙа кеүек: милләттең йөҙөн билдәләгән төп гәзитебеҙҙе алдырмай йәшәү мөмкинме, ғөмүмән? Әгәр “Башҡортостан”ды ла уҡымаһаң, һин үҙ халҡыңдың, илеңдең һәм телеңдең ниндәй патриоты, һаҡсыһы һәм яҡлаусыһы булаһың?! “Икмәк ризыҡ ҡына түгел, сәйәсәт тә, туғандар!” – тигәндәй, милли баҫмабыҙҙың һәр бер башҡорт менән рухташлығы, берлеге һәм уның киләсәк яҙмышы – беҙҙең дә яҙмышыбыҙ. Бына бит мәсьәлә нимәлә. Ул хатта сәйәсәттән дә юғарыраҡ.
Тарихтағы бөйөк тетрәнеүҙәр осоронда (революция, Граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы, суверенитет өсөн көрәш һ.б.) гәзиттең әһәмиәте ҙур булған һәм булды. Ул илдең, бөтә халыҡтың тын алышын, күңел торошон белгертеп торҙо, йүнәлеш өсөн фекер алышыуҙар ойош­торҙо, кәңәш бирҙе, алға әйҙәне.
“Башҡортостан” гәзитен мин һәр төрлө ваҡытлы матбуғат баҫмаһынан өҫтөн күрәм, сөнки уға бөтә аңлы ғүмерем бәйле. Хәҙер инде етмеш йыллап дәүер бергәбеҙ. Шулай булғас, ул бер ниндәй ҙә ваҡытлы түгел, ә ғүмерлек рухташ дуҫым булып сыға түгелме?! Тап шулай. Мин үҙен биш-алты йәшемдән уҡый башла­ғанда, ул әле “Ҡыҙыл Башҡортостан” ине. Беҙҙең иң сиктә, иң төпкөлдә ятҡан ауыл өйөнә ил һулышын, заман тауышын алып инә ине бит!..
Ферманан өшөп, арып-йонсоп ҡайтҡан әсәйем ап-аҡ итеп ағартылған, йылы бөркөп торған ҙур мейескә һөйәлеп, ҡулдарын йылытып тора, ә мин балаҫ йәйелгән урындыҡҡа һуҙылып ятам да, алдыма бөгөн генә килгән “Ҡыҙыл Баш­ҡортостан” гәзитен йәйеп һалып, үҙемде ҙур эш башҡарған кешеләй тойоп, ижек­ләп ҡысҡырып уҡый башлайым. Әлбиттә, иң тәүҙә эре яҙыуҙарҙы уҡып сығам. Әсәйем ҡулдарын мейестән алмай ғына, йылынан кинәнеп, мәктәпкә йөрө­мәгән килеш тә хәреф өйрәнгәнемә һөйөнөп, бала сағында үҙенә уҡыу эләкмәгәненә көйөнөп, моңһоу ғына тыңлап тора. Ҡәҙерлемдең янындағы илаһи минуттар! Һәм ул мәлдәрҙең тап ошо республикам гәзитенә бәйле булыуы, әйтерһең, минең алдағы ғүмер юлымдың, яҙмышымдың матбуғатҡа, китапҡа бәйле булырын билдәләгәнме ни?!
Бөгөн инде, күпме йылдар үткәс, ваҡыт һынауҙары үтәһенән ҡарайым да аптырап та, ғәжәпләнеп тә, шул уҡ ваҡытта ғорур­ланып та ҡуям: “Бәй-й! Баҡһаң, далалар ҡосағында ятҡан ябай ғына ауыл өйөндә, атайыбыҙ яуҙа ятып ҡалған алты балалы ярлы ғаиләлә сыр-сыу килеп үҫеүгә ҡарамаҫтан, беҙ күңелебеҙ менән бай булғанбыҙ икән дә! Ғүмер буйы гәзиттән (тимәк – рухиәттән) айырылмағанбыҙ ҙабаһа!..”
Бөгөнгө “Башҡортостан” аша мин үҙем­дең тамырҙарым тороп ҡалған ауыл тормошон, районым хәлдәрен, дөйөм республика һулышын тоям. Донъяла барған киҫкен сәйәси ваҡиғалар, ғәйре тәбиғи хәлдәр хаҡында ла хәбәр килтерә гәзит.
Айырым шәхестәр яҙмышы, илебеҙҙә бынамын тигән улдар һәм ҡыҙҙар үҫтер­гән данлы ғаиләләр тураһында очерктар, мәҡәләләр, хәтирәләр уҡыу үҙе бер кинәнес уята.
Матбуғат баҫмаһының йәнә бер мөһим һыҙатын әйтеү кәрәк: “Башҡортостан” – ябай уҡыусыға яҡын, уның уй-теләктәрен сағылдырған берҙән-бер башҡорт телен­дәге гәзит. Ул реклама баҫыу менән артыҡ мауыҡмай. Үҙәк радио, телевиде­ниеның бит бөгөн унан башы сыҡмай. Заман сире кеүек ул реклама, теңкәгә тейә. Зәңгәр экрандар янына ял итергә тип ултырған кешене иң ныҡ яфалаған нәмә.
Ә гәзитебеҙ алай ҙа уның менән артыҡ ыҙалатмай уҡыусыһын. Йәнең теләгән, күңелеңә ятҡан хәбәр-яҙманы уҡыйһың, мәғлүмәт алаһың. Уйланаһың, шатлана­һың, йә көйәләнәһең.
Шулай итеп, “Башҡортостан” гәзите мине барлыҡ донъя, тормош, йәмғиәт, мөхит менән бәйләй, тоташтыра, күңе­лемде байыта, фекер тыуҙыра.
Милләтебеҙҙе рухи яҡтан берләштерә, туплай һәм ойоштора гәзит. Шуға мин: “Баш­ҡортостан”дан айырылмайыҡ!” – тим.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 24

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 68

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 72

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 85

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 48

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 60

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 78

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 51

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 77

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 106