Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Күренекле шағирә Факиһа Туғыҙбаеваның баҫылып сыҡҡан һәр бер китабын уҡып барам. Уның “Ваҡыт тамғалары” тигән шиғырҙар, поэмалар йыйынтығы ҡулыма килеп эләккәс, алтын тапҡандай ҡыуандым. Был ҡалын китапты бер тынала уҡып сыҡтым.
Талантлы шағирә “Ваҡыт тамғалары”нда ла үҙ-үҙенә тоғро ҡала: ҙур әҙиптәргә хас булғанса, ил һәм халыҡ яҙмышы — уның ижадының үҙәк темаһы. Әҙибәнең шиғыр-поэмаларында башҡорт халҡының ҡаһарман улдары Салауат Юлаев, Аҡмулла, Бабич һәм бик күптәрҙең азатлыҡҡа, тиңлеккә, ғәҙеллеккә саҡырған орандарын бар булмышың менән ишетәһең. “Салауатнамә” тигән айырым бүлектәге милли батырыбыҙға арналған өс поэмаһы һәм шиғырҙары тетрәндерә, милләтебеҙҙең үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында уйландыра.
“Сәләмемде еткер, Аҡсарлаҡ!” поэмаһы батырҙың тотҡондағы һуңғы көндәрен тасуирлай. Ул шул тиклем көслө яҙылған: таш зиндандағы бығаулы Салауаттың ғүмеренең һуңғы минуттарындағы үрһәләнеүҙәре күҙ алдына килеп баҫа.
Әҫәрҙәренән күренеүенсә, Факиһа Туғыҙбаева халҡыбыҙ өсөн янып-ярһып йәшәй. Уның “Сәмреғош” шиғыры ғына ни тора! Бындай әҫәрҙе ижад итеү өсөн йөрәкле булыу кәрәк бит.
Батша ҡошо, нисә быуат талап,
Оя иттең башҡорт ерҙәрен,
Тимер тырнаҡтарың
сүпләп торҙо
Баш ҡалҡытҡан башҡорт ирҙәрен.
(“Сәмреғош”).
Уның “Ант” шиғырынан ике генә юлды алайыҡ:
Ант итәмен, ҡулдарыма мин
ут алып:
Ут булырмын, утһыҙ ҡалһа
әгәр халыҡ.
Был китапҡа ингән йөҙәрләгән шиғыр, тиҫтәләгән поэманың береһенә лә битараф ҡалып булмай. Улар йәшәү мәғәнәһе тураһында уйландыра. Әҫәрҙәр, эй, Хоҙай бәндәһе, донъяла кеше булып ҡалғың, ялғанлыҡты, хыянатты, дөрөҫлөктө, ғәҙеллекте белеп йәшәгең килһә, беҙгә күҙ-ҡолаҡ һал, тип өндәшә һымаҡ.
Халыҡ араһында таралып киткән ғәмһеҙлек, ялағайлыҡ шағирәгә тынғылыҡ бирмәй, йөрәген өтә.
Кәмемәне әле һатлыҡ йәндәр,
Бихисап бит һатлыҡ тәндәр ҙә, —
тип әсенә ул Рәми Ғариповҡа бағышланған бер шиғырында.
Факиһа Туғыҙбаева ижадында миңә тағы шуныһы оҡшай: тәрән фәлсәфә, аҡыл ярылып ята, хистәре урғылып тора.
Дошман эҙләмәйем мин донъянан,
Ғүмер буйы дуҫтар эҙләйем.
Яңылышмаҫ инем,
Бер фәрештә
Биреп торһа миңә бизмәнен.
(“Дошман эҙләмәйем”).
Талантлы шағирәбеҙ Факиһа Туғыҙбаеваның ижадынан йәнеңә ни кәрәк, барыһын да табырға, күңелеңә илһам, йәшәү, көрәш ҡеүәте алырға, яраланған йөрәгеңә шифа табырға мөмкин.
Башҡортостаныбыҙға бөтә рухи көсөн, һәләтен биреп тоғро хеҙмәт иткән, ғүмерен милләтебеҙгә бағышлаған Факиһа Туғыҙбаева — ҙур ихтирамға лайыҡ шәхес. Ул — бөгөнгө башҡорт шиғриәтенең юғары кимәлен билдәләүсе әҙибә.
Марс ЮЛДАШЕВ,
Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған врачы, медицина фәндәре докторы, профессор.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Театр йылын етемһерәп ҡаршыланы был йорт...

Театр йылын етемһерәп ҡаршыланы был йорт... 20.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бай тарихы, үҙ йөҙө, тамашасыһы булған Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма...

Тотош уҡырға 199

Оло Шаҙы балаларын да көтәбеҙ

Оло Шаҙы балаларын да көтәбеҙ 19.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт / Белем һәм тәрбиә

Баш ҡалабыҙҙың Дим биҫтәһендә урынлашҡан данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында...

Тотош уҡырға 66

“Ҡурҡыу юҡ, ә тулҡынланыу бар”

“Ҡурҡыу юҡ, ә тулҡынланыу бар” 18.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле йырсы Әнүәр Нурғәлиевкә 45 йәш тула....

Тотош уҡырға 211

УРАЛДЫҢ ҺӘР ҠАЯҺЫНА БӨРКӨТТӘЙ ҠУНАСАҠБЫҘ

УРАЛДЫҢ ҺӘР ҠАЯҺЫНА БӨРКӨТТӘЙ ҠУНАСАҠБЫҘ 18.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

БЕҘҘӘР Беҙ булһаҡ шундай булабыҙ: Була алмайбыҙ башҡа. Күккә ҡарап рәхмәт әйттек, Алғыштар яҙҙыҡ...

Тотош уҡырға 108

Театр йылы “Ҡәнифә юлы”нан башланды
Лайыҡлы яуап

Лайыҡлы яуап 18.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Һуңғы йылдарҙа күренекле яҙыусы Ғәлим Хисамов үҙенең ижады менән әҙәбиәт һөйөүселәрҙе даими...

Тотош уҡырға 65

Китапты ҡулда тотоп уҡыуға  ихтыяж бар әле

Китапты ҡулда тотоп уҡыуға ихтыяж бар әле 18.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Интернет заманында ла рухи ҡиммәттәр юғалмай....

Тотош уҡырға 65

Таныша торайыҡ: “Зәрҡүм”!

Таныша торайыҡ: “Зәрҡүм”! 16.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡорт эпостары геройҙарына балаларҙы нисек нығыраҡ яҡынайтырға? Бының бер алымын Стәрлетамаҡ...

Тотош уҡырға 103

“Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары”

“Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары” 16.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Проекттың маҡсаты – башҡорт ҡылҡәләм оҫталары менән киңерәк таныштырырға....

Тотош уҡырға 99

“Кинйә” хаҡында уйланыуҙар (Көндәлектәр)

“Кинйә” хаҡында уйланыуҙар (Көндәлектәр) 16.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

1967 йыл, 7 ғинуар. Һуңғы ваҡытта Кинйә Арыҫланов хаҡында бик ныҡ уйландыра башланы. Ә. Усмановтың...

Тотош уҡырға 61

Урғыл шишмә моңдары

Урғыл шишмә моңдары 16.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Мираҫы йылдар шауҡымына бирешмәй....

Тотош уҡырға 60

Ихлас күңелдән һөйләшеү

Ихлас күңелдән һөйләшеү 15.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Әбйәлил район үҙәк китапханаһында “Ысын күңелдән һөйләшеп алайыҡ” тип аталған ғаилә байрамы үтте....

Тотош уҡырға 86