Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Башҡортостан” — милләтебеҙ тотҡаһы
Минең булмышым, беҙҙең быуын кешеһенең күбеһенә хас булғанса, 50 йылдан ашыу инде “Башҡортостан” гәзите менән бәйле. Үткән быуаттың 50-се йылдарында “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите беҙҙең өсөн төп мәғлүмәт сығанағы ғына түгел, радио ла, телевизор кеүек тә булды. Ул замандарҙа гәзитте өйҙән-өйгә йөрөтөп уҡый торғайныҡ.
Быйыл үҙенең 95 йыллығын билдәләргә йыйынған “Башҡортостан”ыбыҙ 1917 йылдан бирле ябай булмаған тарихыбыҙҙың һәр осоронда милләтебеҙҙе, ғөмүмән, Башҡортостан халҡын берләштереп, әйҙәп килә.
Мин был юлдарҙы “Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 6 апрель һанында Нияз Сәлимовтың “Мөхәррир һүҙе” рубрикаһында баҫылған “Туған тел тотҡаһы — милли матбуғат” исемле мәҡәләһен уҡығандан һуң яҙам. Баш мөхәррирҙең һүҙен ҡеүәтләп, “Башҡортостан” гәзите — милләтебеҙ тотҡаһы” тиһәм дә, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Шуға күрә лә был мәҡәләләге телебеҙ, милләтебеҙ яҙмышына ҡағылған борсоулы фекерҙәр уйландыра, вайымһыҙлығыбыҙға әсенеү тойғоһон көсәйтә.
Һуңғы йылдарҙа федераль власть тарафынан аҙ һанлы бәләкәй милләттәрҙе ситләтеү сәйәсәте беҙҙең алда яңынан-яңы кәртәләр ҡуя, милләтебеҙ яҙмышына ҙур хәүеф менән янай. Шундай баҫымға беҙ ниңә ғәмһеҙ, ҡул һелтәп, булһа — булыр, булмаһа — юҡ тип ҡарайбыҙ? Киреһенсә, берләшергә, берҙәм, бер-беребеҙгә ярҙамсыл булырға тейешбеҙ ҙә баһа. Әйтәйек, “Башҡортостан” гәзитенә, башҡа милли баҫмаларыбыҙға яҙылабыҙ икән, берәү ҙә беҙҙең ҡулыбыҙға һуҡмай бит! Шулай булғас, кемде ғәйепләйбеҙ һуң? Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә үҙебеҙҙе бай халыҡ тип әйтә алмайбыҙ, әммә “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө”, “Ватандаш”, “Ағиҙел”, балаларыбыҙ өсөн сығарылған милли баҫмаларға яҙылыуға йылына (икегә бүлеп) һәр ғаиләлә өс-дүрт мең һумлап аҡса тотонһаҡ, халыҡ әйтмешләй, ярлыланып китмәҫбеҙ. Милләт булараҡ йән аҙығы, рухи байлығыбыҙҙы һаҡларбыҙ, яҡларбыҙ.
“Башҡортостан” гәзитенең иң әүҙем уҡыусылары булырға тейешле ойошмаларҙы ғына барлап китәйек: мәғариф учреждениелары — мәктәптәр, училищелар, техникумдар, юғары уҡыу йорттары; мәҙәниәт, сәнғәт ойошмалары — клубтар, мәҙәниәт йорттары, китапханалар. Дәүләт власы, урындағы үҙидара органдарын да ҡушайыҡ. Быларҙан тыш, зыялыларыбыҙ эшләгән күпме йәмғиәт, ғилми һәм башҡа төрлө ойошма бар. Нияз Сәлимов үҙ мәҡәләһендә Балтик буйы халыҡтарының туған телде һаҡлауға ни тиклем етди ҡарауына һоҡлана. Мин быға үҙебеҙ менән йәнәш йәшәгән татар ҡәрҙәштәрҙе лә өҫтәр инем. Татарстандағыларҙы түгел, үҙебеҙҙең Башҡортостан татарҙарын әйтәм.
“Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективы һуңғы осорҙа гәзиттең йөкмәткеһен, биҙәлешен заманса үҙгәртеү, яңыртыу буйынса ныҡышмалы эшләй, баҫылған яҙмалар уҡымлы, үҙенә тартып тора. Төрлө хәл ителмәгән мәсьәләне, етешһеҙлекте тәнҡитләгән яҙмаларҙы гәзит уҡыусылар хуп күрә. Һөҙөмтәлә баҫманың тиражы ла арта башланы.
Был йүнәлештә беҙгә урындарҙа — район, ҡала кимәлендә редакция менән берлектә төрлө сара үткәреү ҙә яҡшы булыр ине. Әле беҙҙең Мәләүез районы “Башҡортостан” гәзитенә 2012 йылдың беренсе яртыһына яҙылыу йомғаҡтары буйынса 13-сө урынды биләй — баҫманы 298 дана алдырабыҙ. Был, тураһын әйткәндә, ҡәнәғәтләнерлек түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаман да беҙҙең өсөн кемдер хәл иткәнен, күрһәтмәләр биреүен көтәбеҙ. Ошоно иҫтә тотоп, редакцияға район, ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән бәйләнеште нығытырға кәрәктер. Совет власы заманында республика гәзит-журналдары редакцияларының журналистары район, ҡалаларға килеп, гәзит уҡыусылар, етәксе кадрҙар менән бик фәһемле осрашыуҙар ойоштора торғайны. “Совет Башҡортостаны” гәзитенең шул саҡтағы баш мөхәррире Абдулла Исмәғилев килеп үткәргән шундай эшлекле осрашыуҙар әле лә иҫтә. Ул йылдарҙа матбуғатҡа яҙылыу кампаниялары үткән һайын редакциялар һәр районда, ҡалала гәзит-журналдарға яҙҙырыуҙа әүҙем эшләгәндәрҙе маҡтау грамоталары менән бүләкләй торғайны. Хәҙергесә телевизор, төрлө көнкүреш техникаһы кеүек ҡиммәтле әйбер эҙләмәнеләр, әммә маҡтау грамоталарын ҙур бүләк итеп ҡабул итә инек. Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән ауыл, ҡалаларҙа редакция ҡатнашлығында заманса төрлө акция, әйтәйек, “Башҡортостан” гәзите көнө”, “Айыҡ ауыл”, “Иң матур ауыл”, мөһим тарихи ваҡиғалар, арҙаҡлы шәхестәребеҙгә арналған байрамдар үткәреү ҙә һөҙөмтәле булыр ине. Беҙ бындай сараларҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашырға әҙер.
Баш мөхәррир үҙенең мәҡәләһендә “Бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа беҙгә барлыҡ көстө тел өлкәһендә яулаған ҡаҙаныштарыбыҙҙы, йәғни позициябыҙҙы һаҡлап, яҡлап ҡалыуға йүнәлтергә кәрәк. Был тәңгәлдә хәстәрлегебеҙ мәктәп булырға тейеш: унда башҡорт теле даими уҡытыла икән, тимәк, киләсәктә милли матбуғат йәшәйәсәк тигән һүҙ”, тип яҙа. Эйе, был айырыуса көнүҙәк, мөһим, урынлы фекер, телебеҙҙе һаҡлаһаҡ, милләтебеҙ ҙә йәшәйәсәк. Ошо уңайҙан үҙемдең бер әйтер һүҙем бар. Ул мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу, өйрәнеү буйынса рәсми мәғлүмәттәр тураһында. Бында беҙ саманан тыш оптимистар, теләгәнебеҙҙе ысынбарлыҡ итеп күрһәтергә тырышабыҙ һәм шуға үҙебеҙ ҙә ышанабыҙ шикелле. Ошо уҡ һүҙҙәр балалар баҡсаһына ла ҡағыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө ысынбарлыҡты баһалауға бындай ҡараш бөтә Рәсәйгә хас күренеш һәм мәғариф өлкәһендә генә лә түгел.
Ләкин беҙҙең осраҡта бындай ысул милләт кәмәһенең ҡомға терәлеүенә килтереүе бар. Шуға күрә лә артабан “Башҡортостан” гәзитендә республика мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында башҡорт телен уҡытыу, өйрәнеү, милли рухта тәрбиәләү мәсьәләләренә ҡағылған, ысынбарлыҡтан сығып әҙерләнгән аналитик яҙмалар даими баҫылып торһон ине. Артабан бындай мәҡәләләр буйынса хакимиәт башлыҡтарына, тейешле дәүләт органдарына рәсми мөрәжәғәт тә ебәреү фәһемле булыр.
Беҙ бит Башҡортостан Республикаһын булдырыусы ерле, төп милләт, уның туған теле — республикабыҙҙағы дәүләт теле тураһында һүҙ алып барабыҙ. Шулай булғас, ниңә ошоно онотабыҙ, ғәмһеҙлек күрһәтәбеҙ, хөрмәтле милләттәштәр?! Ауыҙ асып, йоҡлап йөрөһәк, өҫкә менеп барыусылар, “Уфа губернаһы” тип хыялланыусылар аҙмы?
Уяу, берҙәм булайыҡ. Башыбыҙҙы ғорур күтәреп йәшәйек, үҙ яҙмышыбыҙға үҙебеҙ хужа булайыҡ. Йылдан-йыл етеҙерәк елгән тарих арбаһынан төшөп ҡалмайыҡ тиһәк — башҡа юл юҡ.
Юнир АҘНАҒОЛОВ,
хеҙмәт ветераны.
Мәләүез ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Театр йылын етемһерәп ҡаршыланы был йорт...

Театр йылын етемһерәп ҡаршыланы был йорт... 20.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бай тарихы, үҙ йөҙө, тамашасыһы булған Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма...

Тотош уҡырға 199

Оло Шаҙы балаларын да көтәбеҙ

Оло Шаҙы балаларын да көтәбеҙ 19.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт / Белем һәм тәрбиә

Баш ҡалабыҙҙың Дим биҫтәһендә урынлашҡан данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында...

Тотош уҡырға 66

“Ҡурҡыу юҡ, ә тулҡынланыу бар”

“Ҡурҡыу юҡ, ә тулҡынланыу бар” 18.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле йырсы Әнүәр Нурғәлиевкә 45 йәш тула....

Тотош уҡырға 211

УРАЛДЫҢ ҺӘР ҠАЯҺЫНА БӨРКӨТТӘЙ ҠУНАСАҠБЫҘ

УРАЛДЫҢ ҺӘР ҠАЯҺЫНА БӨРКӨТТӘЙ ҠУНАСАҠБЫҘ 18.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

БЕҘҘӘР Беҙ булһаҡ шундай булабыҙ: Була алмайбыҙ башҡа. Күккә ҡарап рәхмәт әйттек, Алғыштар яҙҙыҡ...

Тотош уҡырға 108

Театр йылы “Ҡәнифә юлы”нан башланды
Лайыҡлы яуап

Лайыҡлы яуап 18.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Һуңғы йылдарҙа күренекле яҙыусы Ғәлим Хисамов үҙенең ижады менән әҙәбиәт һөйөүселәрҙе даими...

Тотош уҡырға 65

Китапты ҡулда тотоп уҡыуға  ихтыяж бар әле

Китапты ҡулда тотоп уҡыуға ихтыяж бар әле 18.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Интернет заманында ла рухи ҡиммәттәр юғалмай....

Тотош уҡырға 65

Таныша торайыҡ: “Зәрҡүм”!

Таныша торайыҡ: “Зәрҡүм”! 16.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡорт эпостары геройҙарына балаларҙы нисек нығыраҡ яҡынайтырға? Бының бер алымын Стәрлетамаҡ...

Тотош уҡырға 103

“Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары”

“Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары” 16.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Проекттың маҡсаты – башҡорт ҡылҡәләм оҫталары менән киңерәк таныштырырға....

Тотош уҡырға 99

“Кинйә” хаҡында уйланыуҙар (Көндәлектәр)

“Кинйә” хаҡында уйланыуҙар (Көндәлектәр) 16.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

1967 йыл, 7 ғинуар. Һуңғы ваҡытта Кинйә Арыҫланов хаҡында бик ныҡ уйландыра башланы. Ә. Усмановтың...

Тотош уҡырға 61

Урғыл шишмә моңдары

Урғыл шишмә моңдары 16.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Мираҫы йылдар шауҡымына бирешмәй....

Тотош уҡырға 60

Ихлас күңелдән һөйләшеү

Ихлас күңелдән һөйләшеү 15.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Әбйәлил район үҙәк китапханаһында “Ысын күңелдән һөйләшеп алайыҡ” тип аталған ғаилә байрамы үтте....

Тотош уҡырға 86