Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Барыһы ла – һөйөүҙән
Атайым – диндар кеше. Уның тәрбиәһендә беҙ ҙә Ислам ҡағиҙәләрен үтәйбеҙ, намаҙ уҡыйбыҙ, мәсеткә йөрөйбөҙ. Әл-хәмдү лил-ләһ, тормошобоҙҙа барыһы ла яҡшы. Тик бер генә мәсьәлә борсой: атайым кейәүҙе үҙе һайлаясағын әйтте, диндә мөхәббәт тигән нәмә юҡ ул, ҡатын-ҡыҙ тәү сиратта хәлле йәшәү тураһында уйларға тейеш, тип белдерҙе. Ә минең яратмайынса тормошҡа сыҡҡым килмәй...
Лилиә.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Ислам ғибәҙәт кенә түгел, ул – йәшәү рәүеше. Динебеҙ тормоштағы күркәмлекте тағы ла яҡтыраҡ, сағыуыраҡ итә, нур өҫтәй. Әҙәм балаһы һәр эшкә: “Бөйөк рәхмәт үә шәфҡәт эйәһе Аллаһтың исем-шәрифе менән башлайым”, – тип тотона. Раббыбыҙ үҙендәге ошо рәхимлелек, мәрхәмәт­ле­лек кеүек сифаттарҙы йән эйәләренә бүлеп биргән. Араларында иң бөйөгө – һөйөү. Бөтөн күркәм һыҙаттарҙың, тойғоларҙың инеш башы, сығанағы ул. Шуға ла “диндә мөхәббәт юҡ” тип әйтеү бөтөнләй дөрөҫ тү­гел. Исламда бар нәмә һөйөүҙән яралған, унан башлана. Ә мө­хәббәт, мәғлүм ки, ифрат күп тармаҡлы. Беҙ тәү сиратта Аллаһ Тәғәләне, атай-әсәйебеҙҙе, балаларыбыҙҙы, тыуған төйәгебеҙҙе, халҡыбыҙҙы яратырға тейешбеҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Ватанды һөйөү – имандың бер өлөшө”, – тигән икән, илебеҙҙең, еребеҙҙең бөгөн­гөһөн, киләсәген ҡайғыртырға, үҫешен хәстәрләргә, улар алға барһын өсөн барлыҡ көсөбөҙҙө һалырға бурыслыбыҙ. Ә бының нигеҙендә нимә ята? Әлбиттә, һөйөү. Ватаныбыҙҙы яратабыҙ икән, иншаллаһ, уның бөгөнгөһө лә, киләсәге лә яҡты буласаҡ.
Йәшәйештең төп нигеҙе – мөхәббәттән яралған ғаилә. Уның бөтөн ағзалары бер-береһен яратып, хөрмәт итеп ғүмер кисерә икән, йорт усағы һүнмәй, ялҡынланып янып, күңелдәрҙе йылытып, берләштереп торасаҡ. Балаларҙы күҙ алдына килтерегеҙ. Иртәнсәк һөйөп уятыу ғына ла уларҙы ҡайһы тиклем бәхетле итә! “Яҡындарығыҙға, яратҡан кешеләрегеҙгә күңелегеҙҙәге йылылыҡты, ихтирамды белдереп тороғоҙ”, – тигән бит пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә. Халҡыбыҙҙың “Йылы һүҙ – йән аҙығы” тигән мәҡәлен дә онотмайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әҙәм балалары бер-береһенә күркәм хис-тойғоһон белдереп йәшәргә тейеш. Тормош та яғымлы ҡараш, татлы һүҙ, йылы мөнәсәбәт, тимәк, һөйөү менән яҡты. Дуҫлыҡ, иптәшлек тә бер-береңде яҡын күреүҙән, яратыуҙан барлыҡҡа килә.
Ошо әйтелгәндәрҙән сығып, “Исламда һөйөү иң юғары урында тора” тип йәнә бер ҡат тәҡрар итәм. Ә әлеге һорауға яҡыныраҡ килгәндә, атай кеше шулай уҡ ҡыҙын ярата, уға матур, яҡты киләсәк теләй. Һәр кем балаһын бәхетле итеп күрергә ынтыла бит. Борон йәштәрҙе өйләндереү мәсьәләһендә ата-әсәнең фекере иң юғары урында торған. “Ат алһаң – ауыл, кәләш алһаң, ҡәүем менән кәңәш ит” тигән мәҡәл дә тап ошоға бәйле әйтелгән. Ләкин был эш өйләнергә тейешле йәштәрҙең ризалығынан тыш башҡарылырға тейеш түгел, хөрмәтле йәмәғәт. Ундай мөнәсәбәт динебеҙгә тап килмәй. Никах бер көнлөк түгел, ә ғүмерлек. Тимәк, уның һәр кем яғынан килешеү нигеҙендә төҙөлөүе мөһим. Балаға рәхәт, хәлле йәшәүен теләйем тип, күңел хаҡында онотоп ебәрмәһәк ине. Шул уҡ ваҡытта йәш кеше үҙе лә һаҡ булырға, алдағыһын уйларға, хис-тойғоға “күҙ йомоп” бирелергә тейеш түгел. “Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап, улын һайла”, “Атанан күргән уҡ юныр, инәнән күргән тун бесер” тигән халҡыбыҙ. Был мәҡәлдәр ысынбарлыҡты асып һала. Ғаилә ҡороу – ифрат етди мәсьәлә, уға ныҡ яуаплы ҡарау мөһим. Ғашиҡлыҡтың күпмелер ваҡыттан һүнеүе ихтимал (әйткәнемсә, ут өҫтәп тормаһаң), ә тормош дауам итә, уны лайыҡлы үтеү, тәрбиәле, белемле балалар үҫтереү, туғандарыңа таяныс булыу, яҡшы исем, яҡты эҙ ҡалдырыу зарур. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм егеттәргә ҡыҙҙың динлеһен һайларға ҡушҡан. “Ҡулың тупраҡҡа буялыр, йәғни тормош көтөрһөң”, – тигән ул.
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһының күңелен киң итеп яратҡан. Уға, әйткәнемсә, туғандарыбыҙға, ғаиләбеҙгә, балаларыбыҙға, илебеҙгә, тәбиғәткә, ғөмүмән, бөтөн тереклеккә булған һөйөү һыя. Шул уҡ ваҡытта беҙҙе юҡтан бар иткән, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ниғмәтен биргән Аллаһ Тәғәләнең үҙенә яратыуыбыҙҙы белдереп торорға, был тәрбиәне балаларыбыҙға ла һалырға тейешбеҙ. Шулай икән, иншаллаһ, тормошобоҙ бөтөн, яҡты, бәрәкәтле булыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 130

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 237

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 98

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 95

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 107

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 331

Маяҡтарҙың күңелен уйлап

Маяҡтарҙың күңелен уйлап 01.02.2019 // Иман

Маяҡ ҡасабаһының имам-хатибы Миҙхәт Ҡоҙаҡаев иман йортона ремонт кәрәклеге хаҡында бәйән итте....

Тотош уҡырға 122

Өмөт йылы һүҙҙән ҡабына

Өмөт йылы һүҙҙән ҡабына 01.02.2019 // Иман

“Ғаилә” үҙәгенең Балтас районында бүлексәһе асылыуға күптән түгел йыл тулған....

Тотош уҡырға 263

Хаҡ юлға баҫҡан икән – ҡыуан

Хаҡ юлға баҫҡан икән – ҡыуан 01.02.2019 // Иман

“Быға ҡәҙәр хәйерҙе кемгә бирергә бел­мәй аҙаплана торғайным, – тип яҙа гәзит уҡыусыларыбыҙҙың...

Тотош уҡырға 366

Ағинәйҙәрҙең изге доғалары

Ағинәйҙәрҙең изге доғалары 29.01.2019 // Иман

Тыуған еремә ябалаҡлап ап-аҡ ҡарҙар яуа. Оҙаҡ ҡына яуым-төшөм булмағас, күңелдә ниндәйҙер шик-шөбһә...

Тотош уҡырға 165

“Башҡаларға ҡамасаулама”

“Башҡаларға ҡамасаулама” 25.01.2019 // Иман

Гәзит уҡыусыларыбыҙҙан килгән һорауҙарға дини китаптарға, диндарҙарҙың һүҙенә таянып яуап бирергә...

Тотош уҡырға 391

Нөркәләрҙән изгелек бөркөлә

Нөркәләрҙән изгелек бөркөлә 25.01.2019 // Иман

Мосолман баҡыйлыҡтағыларҙың рухына аят уҡытып, хәйер биреп торорға бурыслы. Шул уҡ ваҡытта урындағы...

Тотош уҡырға 387