Ҡыйбатайҙы...11.02.2019
“Башстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, республикабыҙҙа ҡайһы бер тауарҙар 11 процентҡа ҡиммәтләнгән. Мәҫәлән, ҡарабойҙай ярмаһы хәҙер уртаса 37 (+3,7 %), он – 31 (+2,9 %), яңы ҡыяр, помидор 162 һәм 175 һум (+11,1 % һәм +9,8 %) тора.

Хаҡтың артыуы шулай уҡ балыҡ, аҡ май, һөт, икмәк, дөгө кеүек ризыҡтарға ла ҡағылды. Ит консервалары 120 һумға тиклем (+0,5 %) ҡыйбатланды. Аҡ күсәнле кәбеҫтәнең килограмы әле уртаса 29,75 һумға (+1,7 %) төшә.

Киреһенсә осһоҙланған аҙыҡ-түлек исемлегенә тауыҡ ите (-2,6 %) , туҡмас (-1,1 %) инә. Шул уҡ ваҡытта һарыҡ итенә хаҡ үҙгәрешһеҙ ҡалған.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика