Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кеше һаулығын һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлап
Кеше һаулығын һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлап“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” йәмғиәте нефть сығарыу буйынса Рәсәй Федерацияһының — ун, нефть продукттарын эшкәртеү буйынса биш иң ҙур предприятиеһы иҫәбенә инә. “Ҡара алтын” сығарыу темпын арттырыуға килгәндә, Башҡортостан компанияһы ил предприятиелары араһында 2009 йылдан алып беренсе урынды биләй.
Етештереү ҡеүәтен үҫтереү менән бер рәттән “Башнефть” АНК-һы йыл һайын тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ла ҙур иғтибар бүлә. Был әһәмиәтле эш биш йүнәлештә алып барыла: тирә-яҡ мөхитте һаҡлау; һыу ресурстарын бәрәкәтле тотоноу; тирә-яҡ мөхиттең бысраныуын даими күҙәтеү; ерҙе һәм урманды һаҡлау; хәүефле етештереү ҡалдыҡтарын юҡ итеү. Был маҡсатта уртаса 1,8 – 1,9 миллиард һум аҡса тотонола. Мәҫәлән, быйыл тәбиғәтте һаҡлау сараларына 1,96 миллиард һум йүнәлтелгән.
Яңыраҡ республиканың киң мәғлүмәт саралары өсөн “Башнефть” компанияһының экологик программаһына ингән объекттар буйынса экскурсия ойошторолдо.
Журналистарҙан, фотохәбәрселәрҙән торған төркөм предприятиеның мәғлүмәт-аналитика бүлеге, матбуғат хеҙмәте вәкилдәре оҙатыуында иртән үк Туймазы тарафтарына юл алды.
“Туймазынефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығы вәкиле, етештереү-техник бүлегенең баш технологы Айрат Сураҡаев бай мәғлүмәтле, йор һүҙле, аралашыусан кеше булып сыҡты. Юлда уҡ ул Туймазы, Октябрьский ҡалаларының барлыҡҡа килеү тарихы, бөгөнгөһө менән ҡыҫҡаса таныштырҙы. Үҙе эшләгән ойошма тураһында ла белешмә бирҙе. 1937 йылдың 10 майында Туймазы ятҡылығының 1-се скважинаһында нефть урғылып сыға һәм шунан алып “Туймазынефть” идаралығының тарихы башлана. Хәҙерге көндә идаралыҡ Башҡортостандың – ун, Татарстандың ике районында 21 ятҡылыҡты үҙләштерә. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға, экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә бында ла ҙур иғтибар бирелә. Етештереү ҡалдыҡтарын эшкәртеүсе объекттар менән танышыу барышында журналистар быны үҙ күҙҙәре менән күрҙе.
“Япрыҡ” нефть йыйыу пункты ҡарамағындағы “Альфа-Лаваль” фирмаһының ҡалдыҡтарҙы (нефть шламын. – Авт.) эшкәртеү ҡоролмаһы янында беҙҙе “Туймазынефть” идаралығы етәксеһе Шамил Миңғолов көтә ине.
— Туймазы һәм башҡа райондарҙа нефть ятҡылыҡтарын файҙалана башлаған мәлдән алып “ҡара алтын”ды эшкәртеү барышында байтаҡ ҡалдыҡ йыйылған. Ул тиҫтә йыл буйы асыҡ нефть ҡалдыҡтары соҡорҙарында (амбарҙарҙа) тупланып килгән. Беҙҙең идаралыҡ биләмәһендә, мәҫәлән, уҙған быуаттың 50 – 60-сы йылдарында хасил булған шундай 81 амбар бар ине. Экологик проектҡа ярашлы, нефть ҡалдығы соҡорҙарын бөтөрөү буйынса планлы эш алып барыла. Бөгөн шуларҙың өсәүһе генә ҡалды, — тине Шамил Григорьевич.
Шуны ла өҫтәргә кәрәк: Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә етештерелгән заманса ҡоролмаларҙы ҡыйыу урынлаштырыу ерҙе һаҡлауға һәм нефть ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә йүнәлтелгән сараларҙың һөҙөмтәлелеген арттыра. Шулай, ете-һигеҙ ай эсендә төҙөлөп, 2001 йылда файҙаланыуға тапшырылған “Альфа-Лаваль” ҡоролмаһында бөгөнгә 176 мең тоннанан ашыу шыйыҡ нефть шламы эшкәртелгән. Шуның һөҙөмтәһендә 65 мең тоннанан ашыу таҙа “ҡара алтын” алынған һәм нефть эшкәртеү заводтарына оҙатылған. Әйткәндәй, ҡалдыҡтарҙы бында “Башнефть” АНК-һының бөтә объекттарынан да килтерәләр. Ҡоролма эшкә ебәрелгәс (һауа температураһы — 15 градустан түбәнәйһә ул туҡтатыла, сөнки һыуыҡта сығымдар күп), ҡаты ҡалдыҡтарҙы эшкәртә башлай. Быйыл ҡулайламаны ноябрҙең урталарына тиклем файҙаланып, 23,1 мең тонна нефть таҙартыуға өлгәшкәндәр.
“Туймазынефть” идаралығы етәксеһе ҡоролманың эшләү тәртибе менән дә таныштырҙы. Нефть шламы тейешле градусҡа тиклем йылытылып, ҡатмарлы эшкәртеү сылбыры аша үтеп, эре металдарҙан, һыуҙан таҙартыла. Билдәле бер этапта ул тупраҡтан да арына. Артабан махсус майҙанда биопрепараттар ярҙамында тупраҡ та эшкәртелә. Был оҙаҡ ваҡытты ала, шуға күрә нефть ҡалдыҡтарын тулыһынса таҙартыуға өлгәшеү маҡсатында, быйыл апрелдә тағы бер ҡоролма алғандар. Ул йылына 4 мең тоннаға хәтлем ҡаты ҡалдыҡтарҙы яндырыуға тәғәйенләнгән. Шуныһы ғәжәп: был ҡулайлама тупраҡты ҡомға (!) әйләндерә, һуңғыһын төҙөлөштә файҙаланып була. Яндырған ваҡытта торбанан һауаға төтөн түгел, ә быу күтәрелә.
Артабан “Япрыҡ” нефть йыйыу пунктында булдыҡ. Бында ла беҙҙе экологияны яҡшыртыу маҡсатында ҡулланыуға индерелгән ҡоролма — һауаға зарарлы матдәләр сығыуын шаҡтай кәметеүсе ҡулайлама — менән таныштырҙылар. Уның ярҙамында һаҡлағыстарҙағы шыйыҡсанан ҡалдыҡ газды һәм нефтте айыралар. Был технология нефть газын асыҡ һауала яндырыуҙы кәметеүгә лә булышлыҡ итә. Шуны раҫлағандай, бында бер факел да күҙгә салынманы, газ еҫен дә һиҙмәнек.
“Башнефть” компанияһының башҡа идаралыҡтарында ла ҡулланалар бөгөн ошо технологияны. Шулай булғас, ни өсөн “ҡара алтын” эшкәртеү заводтарында әле булһа факелдар яна, яҡын-тирәгә еҫ тарала? Бик ҡиммәтле химик сеймал һәм юғары һөҙөмтәле органик яғыулыҡ булған нефть газының байтаҡ өлөшөн яндырыуҙың төп сәбәбе — технологик тәртиптең сикләнгәнлеге һәм эшкәртеү инфраструктураһының үҫешеп етмәүе. Был — көн ҡаҙағындағы мәсьәлә, сөнки сеймалды асыҡ һауала юҡ итеү тирә-яҡ мөхит өсөн хәүефле: атмосфераға азот окисы, көкөртлө ангидрид, углерод окисы һымаҡ зарарлы матдәләр тарала. Һөҙөмтәлә һауа бысранып ҡына ҡалмай, ә нефть сығарылған төбәктәрҙә лә, глобаль кимәлдә лә һауа торошона һәм климат шарттарына ҙур йоғонто яһала. Тимәк, нефть газын эшкәртеү кимәлен күтәреү — дәүләт әһәмиәтендәге бурыс.
“Башнефть” компанияһының экологик хәйриә программаһында социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар төҙөү, төҙөкләндереү эштәре лә ҡаралған. Мәҫәлән, беҙ барған көндә Туймазы районының Имәнғол ауылында “Башҡортостан шишмәләре” программаһы буйынса нефтселәр төҙөкләндергән шишмәне асыу тантанаһы уҙҙы. Был инеш Серафимов ауылы һәм Октябрьский ҡалаһы араһындағы юлға яҡын урынлашҡан. Урындағы халыҡ та, үтеп йөрөүселәр ҙә, уның һыуы таҙа, тәмле, ти. Шулай уҡ быйыл Үрге Троицк, Егетәк, Райман, Көйөктамаҡ ауылдарындағы шишмәләрҙең тирә-йүнен төҙөкләндереү планлаштырылған.
Сәфәребеҙ Туймазы газ эшкәртеү заводында тамамланды. Предприятие эшмәкәрлеге менән уның директоры Айрат Әхтәрәев таныштырҙы. Завод “Туймазы-нефть”, “Октябрьскийнефть”, “Баулынефть” идаралыҡтарынан килгән нефть газын эшкәртеү маҡсатында төҙөлгән. Бында ла тирә-яҡ мөхитте, хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын һаҡлау, ҡыҫҡаһы, хәүефһеҙлек мәсьәләһе етәкселектең иғтибар үҙәгендә, ошо йүнәлештәге саралар ҙа эҙмә-эҙлекле ғәмәлгә ашырыла.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Балаңа – һөт, үҙеңә – күмер

Балаңа – һөт, үҙеңә – күмер 19.01.2019 // Йәмғиәт / Экология

Сибайҙағы экологик хәлгә бәйле, халыҡтың һаулығын һәр яҡлап хәстәрләү дауам итә....

Тотош уҡырға 148

Халыҡ ҡасан ҡурҡыуҙан арыныр?

Халыҡ ҡасан ҡурҡыуҙан арыныр? 18.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт / Экология

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы делегацияһы Сибайҙағы хәлде тикшергәс, борсоулы халыҡ менән...

Тотош уҡырға 100

Сибай: ел көньяҡҡа ҡарай иҫә

Сибай: ел көньяҡҡа ҡарай иҫә 18.01.2019 // Экология

18 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 8-ҙә Сибайҙың Нуриманов урамында зарарлы матдәләр миҡдарының норманан 3,8...

Тотош уҡырға 86

Сибайҙар таҙа һауа һулармы?

Сибайҙар таҙа һауа һулармы? 18.01.2019 // Экология

Ҡалала экологик хәл киҫкен тора....

Тотош уҡырға 89

Сибайҙа йәшәйһеңме? Медицина битлеге ал

Сибайҙа йәшәйһеңме? Медицина битлеге ал 17.01.2019 // Экология

Һауаның бысраныуы сәбәпле Сибай халҡына бушлай медицина битлектәре таратыла башланы....

Тотош уҡырға 66

Ағыу түгел!

Ағыу түгел! 17.01.2019 // Экология

Химия фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Валерий Майстренко үҙенең баҫылып...

Тотош уҡырға 69

Көкөрт диоксиды ни менән янай?

Көкөрт диоксиды ни менән янай? 16.01.2019 // Экология

Сибай һауаһында көкөрт диоксиды миҡдарының мөмкин була торған кимәлдән артыуы тураһында хәбәр...

Тотош уҡырға 144

Саф һауаға сығыу тыйыла

Саф һауаға сығыу тыйыла 16.01.2019 // Экология

Сибайҙа балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә саф һауаға сығыу, урамда дәрестәр үткәреү тыйыла....

Тотош уҡырға 87

“Ике аҙна ваҡыт бирәм. Барыһын да контролдә тотасаҡмын”

“Ике аҙна ваҡыт бирәм. Барыһын да контролдә тотасаҡмын” 15.01.2019 // Экология

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Сибайҙа экология мәсьәләһен хәл итеүгә ике аҙна ваҡыт бирҙе....

Тотош уҡырға 97

Ағыуланып дауаханаға оҙатылғандар юҡ

Ағыуланып дауаханаға оҙатылғандар юҡ 15.01.2019 // Экология

Сибайҙа ғәҙәттән тыш хәл осоронда зыян күреүселәр өсөн дауаханала 102 урын бүленде. Медицина...

Тотош уҡырға 86

Сибайҙар, “ҡыҙыу элемтә”гә шылтыратығыҙ!

Сибайҙар, “ҡыҙыу элемтә”гә шылтыратығыҙ! 15.01.2019 // Йәмғиәт / Экология

Башҡортостанда Сибайҙағы ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса “ҡыҙыу элемтә” эшләй башланы....

Тотош уҡырға 66

Сибай төтөнө буйынса күрһәтмәләр бирелде

Сибай төтөнө буйынса күрһәтмәләр бирелде 15.01.2019 // Экология

Мәғлүм булыуынса, Сибайҙа Радий Хәбиров Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышын да үткәрҙе....

Тотош уҡырға 98