Башланды: ғариза тапшырылды10.02.2019
Быйыл Башҡортостанда 19 меңдән ашыу кеше Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф министрлығынан.

Ғәҙәттәгесә, һынау өс этапта үтәсәк: алдан, төп һәм өҫтәмә (сентябрҙә).

Билдәле булыуынса, 1 февралгә тиклем БДИ тапшырыуға ғариза яҙылырға тейеш. Уны быйылғы сығарылыш класс уҡыусылары – мәктәпкә, уҡыуҙы үткән йылдарҙа тамамлағандар Берҙәм дәүләт имтихандарын теркәү урындарына тапшырҙы.

Быйылдан башлап уҡыусыларҙың математиканан һынауҙы бер кимәл – база йәки профилле – буйынса бирергә хоҡуғы бар. Ә уҡыуҙы элек тамамлағандар профилле кимәлде генә һайлай ала.

Сит телдәр исемлегенә ҡытай теле өҫтәлде. Унан һынауҙы быйыл Рәсәйҙең 43 төбәгенән 289 кеше тапшырырға йыйына.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика