Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бүләктең дә ниндәйе!
50 йыллыҡ бай тарихы булған Мөсәлиә Хәйруллина исемендәге Кәшкәләү урта мәктәбен Борай районында ғына түгел, ә унан ситтә лә яҡшы беләләр. Бында өлгәш тә, уҡыу сифаты ла юғары. Белем усағының арҙаҡлы ғалимә Мөсәлиә Хәйрулла ҡыҙының исемен йөрөтөүе – оло мәртәбә. Белем усағы тураһында Кәшкәләү урта мәктәбе директоры, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Илфир ШӘЙҘУЛЛИН һөйләй.

– Мөғжизәгә мотлаҡ ышанырға кәрәк, бар ул, бар, – тип башланы һүҙен Илфир Фәрит улы. – Яңы йыл алдынан мәктәптең зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылыуын балалар мөғжизәгә тиңләне. Йылы бүлмәләрҙә уҡыған балаларҙың кәйефе лә күтәренке. Был уҡыусы балалар өсөн ысын мәғәнәһендә Яңы йыл бүләге булды. Тиҙҙән Баҡалы, Кәшкәләү һәм Иҫке Ҡарағош ауылдары халҡын да ошондай уҡ ҙур ҡыуаныс көтә. Эш 2016 – 2020 йылдарға иҫәпләнгән махсус программаға ярашлы алып барылды. Буласаҡ мәктәп өсөн урын ҡарал­ғандан алып мәктәптең символик асҡысын ҡулға тапшырғанға хәтлем район етәкселеге уны үҙенең шәхси күҙәтеүенә алды. Әле лә хәтерҙә, сираттағы бер осрашыуҙа Борис Шәрәфғәле улы былай тигәйне: “Ҡыҙ һәм егеттәр уңайлыҡтары булған мәктәптәрҙә белем алһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһы ла тормошҡа ашырыла, ауылдарға икенсе һулыш биреү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе”.


162 урынлыҡ ике ҡатлы белем усағында бөгөн 60 ҡыҙ һәм малай белем ала. Ни хәл итәһең, бөркөт бейеклекте яратҡан шикелле, ҡайһы берәүҙәр ҡалала белем эстәү яғында. Кәшкәләүҙән тыш, бында Баҡалы, Ишмәмәт, Дауытлар, Иҫке Ҡарағош һәм Яңы Ҡарағош ауылдарынан да балалар йөрөп уҡый. Әлбиттә, бөтә уңайлыҡтары булған автобусыбыҙ бар.

2008 йылда ғалимә Мөсәлиә Хәйруллинаның исеме бирелде мәктәбебеҙгә. Уҡыусылар бәләкәйҙән арҙаҡлы яҡташтарын белеп үҫһен тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Былтыр I класҡа килгән малай һәм ҡыҙҙарҙан, ә улар дүртәү, Мөсәлиә Хәйрулла ҡыҙының кем икәнлеген ҡасан ғына һорама, шартлатып яуап бирәсәктәр, иманым камил. Быйыл XI класты биш бала тамамлаясаҡ. Әйткәндәй, сығарылыш уҡыусыларының барыһы ла тиерлек юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә, иң мөһиме, яратҡан һөнәрҙе һайлайҙар.

Мәктәпте төрлө йылдарҙа (һуңғы осор күҙ уңында тотола) тамамлаған Рузил Ғәлиәхмәтов, Рәфис Мостафин һәм Самат Ғилфановтар хәрби училищела белемдәрен арттыра, киләсәктәрен әрме тормошо менән бәйләргә ҡарар иткәндәр икән, афариндан башҡа һүҙ юҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәс...

Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәс... 17.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылының авария хәлендәге белем усағын тиҙҙән һүтә башлап, уның урынына...

Тотош уҡырға 182

Башланғыс кластар ауылда ҡала

Башланғыс кластар ауылда ҡала 17.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин ошо көндәрҙә эш сәфәре менән...

Тотош уҡырға 352

Иҫке Сибай уҡыусыларына урын әҙер

Иҫке Сибай уҡыусыларына урын әҙер 17.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Яҙҙың тәүге көнөнән Иҫке Сибай мәктәбенең 5 – 11 класс уҡыусылары Сибай ҡалаһының 14-се урта...

Тотош уҡырға 303

"Беренсе"лә белемеңде һынап ҡара!

"Беренсе"лә белемеңде һынап ҡара! 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты Башҡортостан Мәғариф министрлығы...

Тотош уҡырға 120

Апрель нимә вәғәҙә итә?

Апрель нимә вәғәҙә итә? 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Башҡорт дәүләт университетында Башҡорт АССР-ы ойошторолоуҙың – 100 һәм Башҡорт дәүләт...

Тотош уҡырға 89

Стәрлетамаҡ өсөнсө йыл алдынғы

Стәрлетамаҡ өсөнсө йыл алдынғы 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы юғары уҡыу йорттарының һөҙөмтәлелегенә йыллыҡ...

Тотош уҡырға 55

Изгелек һәм  тыныслыҡ йырсыһы

Изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы былтыр йыл һуҙымында халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлына...

Тотош уҡырға 140

"Дәрес булмай, ҡар көрәгеҙ!"

"Дәрес булмай, ҡар көрәгеҙ!" 13.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөләге 69-сы мәктәптең IX класс уҡыусыларын физкультура дәресе урынына тышҡа ҡар көрәргә...

Тотош уҡырға 184

Финанс белемлелек көн дә кәрәк

Финанс белемлелек көн дә кәрәк 13.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында дөйөм һәм һөнәри белем тармағында финанс белемде...

Тотош уҡырға 148

Сибай менән Ҡостанай араһына – дуҫлыҡ күпере

Сибай менән Ҡостанай араһына – дуҫлыҡ күпере 12.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институтына, шул яҡ төбәк йәштәренән тыш, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан, сит...

Тотош уҡырға 84

“Ҡояшҡай” балаһының теләге

“Ҡояшҡай” балаһының теләге 12.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Борай ауылындағы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы – районда һәр йәһәттән дә алдынғылар исемлегендә. Белем...

Тотош уҡырға 110

Күмәкләшеп ҡурсаҡ уйнаныҡ

Күмәкләшеп ҡурсаҡ уйнаныҡ 12.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡурсаҡ иң боронғо уйынсыҡтарҙан һанала. Өлкәндәр был тәтәйгә ҙур иғтибар биргән, сөнки ул –...

Тотош уҡырға 100